Галаттарға 4 - Изге Яҙма1 Шуны әйтмәксемен: вариҫ, сабый сағында бөтә нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай. 2 Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона. 3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек. 4 Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған. 5 Ул, ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде. 6 Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе. 7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың. Галатия кешеләре тураһында хәстәрлек 8 Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, ысынында алла булмаған ялған илаһтарҙың ҡоло инегеҙ. 9 Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ? 10 Һеҙ тәғәйен бер көндәрҙе, айҙарҙы, йылдарҙы һәм байрамдарҙы билдәләйһегеҙ. 11 Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам. 12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ. 13 Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ. 14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ. 15 Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ. 16 Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә? 17 Был кешеләр һеҙгә ҙур иғтибар бүлә, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы теләйҙәр. 18 Яҡшы ниәт менән ҡыҙыҡһыныу һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине. 19 Балаларым, һеҙҙә Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм. 20 Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин, һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым. Хәжәр менән Сараның өлгөһө 21 Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә? 22 Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған. 23 Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан булғаны – Алланың вәғәҙәһе буйынса тыуған бала. 24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡоллоҡ өсөн балалар тыуҙыра, ул – Хәжәр. 25 Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта. 26 Ә күктәге Йәрүсәлим ирекле, ул – беҙҙең әсәбеҙ. 27 Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Бала тапмаған, түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, ҡыуаныстан ҡысҡыр! Сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк». 28 Һеҙ иһә, имандаштар, – Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар. 29 Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай. 30 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Ҡол ҡатындың улы ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ». 31 Беҙ иһә, имандаштар, – ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia