Еврейҙарға 9 - Изге ЯҙмаБеренсе килешеү ваҡытында ғибәҙәт ҡылыу 1 Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге Изге йорто бар ине. 2 Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөнә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды, Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урын Мөҡәддәс тип аталды. 3 Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине. 4 Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны. 5 Ә һандыҡ өҫтөндәге «гонаһтарҙан паклау урыны» тип аталған ҡапҡасты ҡанаттарының күләгәһе менән ҡаплап, Алла шөһрәтен сағылдырған кирубтар тора ине. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ. 6 Ошолай итеп урынлаштырылған сатырҙың алғы өлөшөнә ҡаһиндар ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инә. 7 Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә. 8 Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң мөҡәддәс урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә. 9 Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай. 10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була. Яңы килешеү ҡорбаны 11 Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Ҡаһины булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте. 12 Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды. 13 Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә һирпелеп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән, 14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр. 15 Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар Ул вәғәҙә иткән яҡшылыҡтарға мәңге эйә булһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. 16 Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә. 17 Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай. 18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы. 19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ут-ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтә халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау, кәзә ҡаны һирпеп сыҡҡан. 20 Ул: «Был – Алла һеҙгә үтәргә тип бойорған килешеүҙе раҫлаусы ҡан», – тигән. 21 Шулай уҡ ул Изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыла торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан һирпкән. 22 Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай. 23 Күктәге өлгө буйынса, ерҙә эшләнгән нәмәләр шулай таҙартылырға тейеш ине, әммә күктәгеләр өсөн быларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбандар менән сафландырыу талап ителә. 24 Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде. 25 Ул, баш ҡаһин йыл һайын Иң мөҡәддәс урынға үҙенеке булмаған ҡанды алып ингән һымаҡ, Үҙен ҡат-ҡат ҡорбан итер өсөн инмәне. 26 Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде. 27 Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек, 28 Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia