Еврейҙарға 7 - Изге ЯҙмаҠаһин Мәлки-Садиҡ 1 Сәлим батшаһы, Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины Мәлки-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә. 2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы». 3 Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала. 4 Күрегеҙ, ул ни тиклем бөйөк – уға ырыу башлығы Ибраһим да һуғышта дошмандарынан тартып алған табышының ундан бер өлөшөн бирә. 5 Муса ҡануны буйынса, ҡаһин хеҙмәтен ҡабул иткән Леви тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була. 6 Ә ҡаһин Мәлки-Садиҡ, Леви тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһимдың табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен алған кешегә, фатихаһын бирә. 7 Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә. 8 Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлемле кешеләр ала, ә икенсе осраҡта уны Мәлки-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән. 9 Ниндәйҙер мәғәнәлә Леви ҙә, үҙе халыҡтан ундан бер өлөш табыш йыйыусы булһа ла, ундан бер өлөшөн Ибраһим аша Мәлки-Садиҡҡа түләгән, тип әйтергә була. 10 Сөнки Мәлки-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Леви тыумаһа ла, ул үҙенең тәүатаһы Ибраһимдың тәнендә була. 11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Леви ҡаһинлығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге икенсе мәңгелек Ҡаһиндың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң? 12 Сәбәбе шунда: ҡаһинлыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш. 13 Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан усағында хеҙмәт итмәгән. 14 Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә ҡаһиндар хаҡында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән. Мәлки-Садиҡ кеүек Ҡаһин Ғайса 15 Бының шулай икәнлеге, Мәлки-Садиҡ кеүек икенсе Ҡаһин килгәс, тағы ла асығыраҡ күренә. 16 Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун бойороғо буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Ҡаһин булды. 17 Изге Яҙмала Уның тураһында: «Һин – Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек ҡаһинһың», – тиелгән. 18 Элекке бойороҡ, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, ғәмәлдән сығарыла, 19 сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ. 20 Иғтибар итегеҙ, бында ҡаһинлыҡ итеү Алланың анты менән раҫланды. 21 Бүтән ҡаһиндар үҙҙәренең ҡаһинлығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Ҡаһин Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: Һин – мәңгелек Ҡаһин», – тигәндә ҡаһин булды. 22 Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә. 23 Башҡа ҡаһиндар күп булды, сөнки үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә алманы. 24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Ҡаһинлығы ла үҙгәрешһеҙ. 25 Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй. 26 Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән. 27 Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе. 28 Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia