Еврейҙарға 12 - Изге ЯҙмаҒайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ 1 Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек. 2 Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы. 3 Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер. 4 Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле. 5 Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым, Раббының һабағына битараф булма, Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә. 6 Раббы яратҡан бәндәһен тәрбиәләй, ҡабул иткән балаһына яза бирә», – тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ. 7 Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ – бынан Алланың һеҙгә үҙ улдарына ҡараған кеүек ҡарауы күренә. Атаһы тәрбиә бирмәгән бала бармы ни? 8 Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары. 9 Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит. 10 Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй. 11 Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә. Алланы кире ҡаҡмаҫҡа саҡырыу 12 Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ 13 һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ. 14 Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ. 15 Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ. 16 Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең баш бала булыу хоҡуғын һатҡан Ғаяз кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын. 17 Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, булған хәлде бер нисек тә үҙгәрттерә алмаған. 18 Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла, 19 борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара. 20 Был тыңлаусылар: «Был тауға хатта хайуан ҡағылһа ла, ул таш менән бәреп үлтерелер», – тигән бойороҡ һүҙҙәренә түҙә алмаған. 21 Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән. 22 Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ. 23 Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына, 24 яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ. 25 Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ. 26 Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә. 27 «Тағы бер тапҡыр» тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер. 28 Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек, 29 сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia