Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Еврейҙарға 1 - Изге Яҙма


Алла һүҙенең Улы аша тапшырылыуы

1 Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте.

2 Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.

3 Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.

4 Уның Алланан бирелгән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.


Алла Улы фәрештәләрҙән өҫтөн

5 Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай, ә Ул Миңә Улан булыр», – тигәнме?

6 Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтә фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.

7 Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.

8 Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.

9 Һин дөрөҫлөктө яраттың, яуызлыҡты күрә алманың. Шуға күрә Алла, Һинең Аллаң, шатлыҡ майы менән мәсехләп, дуҫтарыңдан Һине өҫтөн ҡуйҙы», – тиелгән.

10 Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ерҙең нигеҙен ҡорҙоң, күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше.

11 Улар юҡҡа сығыр, ә Һин мәңге ҡалырһың. Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,

12 Һин уларҙы өҫ кейемеләй төрөп ҡуйырһың, кейемдәй улар алмаштырылыр. Үҙең иһә гел үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ», – ти.

13 Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән?

14 Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan