Эстер 7 - Изге ЯҙмаҺамандың үлеме 1 Батша менән Һаман йәнә Эстер батшабикәнең табынына килде. 2 Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине. 3 Эстер батшабикә былай тип яуапланы: – Әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш килһәм, эй батшам, әгәр ҙә батша рәхим итеп минең үтенесемде үтәр булһа, минең ғүмеремде һаҡлаһын – бына мин унан нимә һорайым. Минең халҡымды һаҡлаһын – бына мин нимә хаҡында ялбарам. 4 Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем. 5 Ахашверош батша Эстер батшабикәнән: – Быны эшләргә батырсылығы еткән кем ул? Ҡайҙа ул? – тип һораша башланы. 6 Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды. 7 Батша ярһып табындан тороп китте лә һарай баҡсаһына сыҡты, ә Һаман, Эстер батшабикәнән ғүмерен өҙмәүен ялбарыр өсөн, эстә ҡалды: ул батшаның ҡәтғи ҡарарға килгәнен аңлағайны. 8 Батша баҡсанан табын янына әйләнеп инеүгә, Һамандың Эстерҙың диванына йөҙө менән ҡапланған булыуын күрҙе. Батша: – Етмәһә, минең күҙ алдымда, минең йортомда батшабикәгә ҡағылырға итәһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Батшаның әйтеүе булды – Һамандың йөҙөн ҡапланылар. 9 Батшаға хеҙмәт иткән алашарҙарҙың береһе Харвона: – Ана унда, Һамандың өйө эргәһендә, илле терһәк бейеклегендәге дар ағасы тора. Быны Һаман, батшаны иҫкәртеп, ғүмерен һаҡлап ҡалған Мордехайҙы аҫып ҡуйыр өсөн әҙерләткән, – тине. Батша: – Шунда үҙен аҫып ҡуйығыҙ! – тип бойорҙо. 10 Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia