Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Эстер 5 - Изге Яҙма


Эстерҙың батшаға үҙенең теләген белдереүе

1 Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.

2 Батша Эстер батшабикәнең ихатала баҫып торғанын күргәс, күңелендә уға ҡарата мәрхәмәт уянды. Ул ҡулындағы алтын таяғын Эстерға табан һуҙҙы. Эстер яҡын килеп, таяҡтың осона ҡағылды.

3 Батша уға: – Ни булды, Эстер батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тип мөрәжәғәт итте.

4 Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп риза булһа, бөгөн мин уның хөрмәтенә ойошторған табынға килһен, үҙе менән Һаманды ла алһын, – тине.

5 – Тиҙ генә бында Һаманды саҡырығыҙ, әйҙә, Эстер нисек теләй, шулай булһын, – тине батша. Батша менән Һаман Эстер ойошторған табынға килде.

6 Шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.

7 Эстер былай тип яуапланы: – Теләгем менән үтенесем шул:

8 әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.


Һамандың Мордехайға асыуы

9 Ул көндө Һаман табындан ҡәнәғәт булып, ҡыуанып сыҡты. Ләкин, батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә Мордехайҙы күргәс, тегеһе уның алдында тороп баҫыу ғына түгел, хатта һелкенмәгәс тә, Һамандың Мордехайға асыуы ҡайнаны.

10 Шулай ҙа быны һиҙҙермәне, өйө яғына ыңғайланы. Дуҫтары менән ҡатыны Зерешты саҡырып,

11 Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне.

12 Тағы ла ул былай тине: – Бына Эстер батшабикә лә ойошторған табынына батша менән барыу өсөн минән башҡа берәүҙе лә лайыҡ күрмәне! Иртәгә лә ул мине батша менән бергә табынға саҡырҙы.

13 Әммә батша ҡапҡаһы төбөндә йәһүд Мордехайҙы күрһәм, былар бөтәһе лә минең өсөн ҡиммәтен юғалта.

14 Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan