Әйүп 8 - Изге ЯҙмаБилдадтың беренсе телмәре: Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң 1 Шуахтан килгән Билдад былай тип яуапланы: 2 «Тағы күпме шулай һөйләнерһең? Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ! 3 Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы? 4 Бәлки, балаларың Уға ҡаршы гонаһ иткән дә, Уларҙы үҙ енәйәттәренең ҡулына тапшырғандыр. 5 Әгәр Аллаға табан ихласлап боролһаң, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң, 6 Әгәр пак, намыҫлы булһаң, Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар, Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр. 7 Башланғысың бәләкәй булһа ла, Ахырың бөйөк буласаҡ. 8 Үткән быуындарҙан һораш, Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш. 9 Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер. 10 Һораһаң, улар өйрәтмәҫ-һөйләмәҫ, Күңелдәгеһен асмаҫ тиһеңме ни? 11 Һыу булмаған урында ҡамыш үҫерме? Һаҙлыҡһыҙ ерҙә ҡалҡырмы күрән? 12 Әлегә ул йәшел, ҡырҡылмаған булһа ла, Һыу ҡороһа, башҡа үләндәрҙән алда кибә. 13 Алланы онотҡан һәр кемдең ахыры шундай; Аллаһыҙ бәндәнең өмөтө шулай киҫелә. 14 Ышанысы – өҙөлөргә торған серек бер еп, Именлеге – үрмәксе ауы. 15 Үрмәксе ауына һөйәлер – ау өҙөлөр, Епкә йәбешер – уныһы ла сыҙамаҫ. 16 Аллаһыҙ ул – ҡояшта йәшелләнгән үлән; Үҫентеләре тотош баҡсаға йәйелер, 17 Тамырҙары таштар араһына үтеп инер, Таш диуарҙарға һарылыр. 18 Әммә төбө-тамыры менән йолҡоп алынһа, Үҫкән ере уны инҡар итер: „Һине күргәнем юҡ“, – тиер. 19 Бына шул тормошоноң бар ҡыуанысы! Урынына тупраҡтан башҡалар үҫеп сығыр. 20 Бел: Алла камил бәндәне ситкә типмәҫ, Ә яуызлыҡ эшләгәндәргә ярҙам итмәҫ. 21 Ул әле йәнә иренеңә йылмайыу ҡундырыр, Ауыҙыңды һөйөнөс ауаздары менән тултырыр. 22 Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia