Әйүп 7 - Изге Яҙма1 Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме? 2 Күләгәгә зарыҡҡан ҡол, Эш хаҡын көткән ялсы һымаҡ ул. 3 Миңә лә буш айҙар насип булды, Өлөшөмә ғазап тулы төндәр төштө. 4 Ятыу менән торор ваҡытымды көтәм, Тик төнөм аяуһыҙ оҙон, Әйләнеп-тулғанып сығам таңға саҡлы. 5 Тәнемде ҡорт менән яра баҫҡан, Тирем ҡутырлаған, эренләгән. 6 Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша. 7 Эй Алла, иҫеңә төшөр: ғүмерем – бары бер һулыш, Күҙҙәрем башҡаса бәхет күрмәҫ. 8 Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк. Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын. 9 Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ. 10 Ул башҡаса өйөнә әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған төйәге уны танымаҫ. 11 Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем. 12 Мин диңгеҙме, әллә диңгеҙ ғифритеме, Ни өсөн Һин миңә ҡарауылсы ҡуйҙың? 13 „Һыҙланыуым түшәктә баҫылыр, Ятһам, бәлки, рәхәтерәк булыр“, – тип уйлаһам, 14 Һин төшөмдә мине ҡурҡытаһың, Һаташтырып ҡотомдо алаһың. 15 Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе, Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе! 16 Мин йәшәүҙән биҙҙем. Барыбер донъяла мәңге тормам, Ҡалдыр мине! Көндәрем – бары тик һулыш һымаҡ. 17 Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең? 18 Иртә һайын тикшереп тораһың, Һәр аҙым һайын уны һынайһың. 19 Ниңә минән саҡ ҡынаға ла күҙеңде алмайһың, Төкрөгөмдө йоторға ла ихтыяр бирмәйһең? 20 Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым? 21 Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia