Әйүп 41 - Изге Яҙма1 Уны тотам тип өмөтләнмә лә: Бер күреүҙән ултыра төшөрһөң. 2 Уны ҡуҙғатырға йөрәге еткән кеше юҡ. Шулай булғас кем Минең ҡаршымда тора алыр? 3 Кем Миңә берәй нәмә бирҙе лә Мин уға бурыслы булып ҡалдым? Күктәр аҫтындағы бар нәмә – Минеке. 4 Ливъяҫандың аяҡтары, көсө, Кәүҙәһенең мөһабәтлеге хаҡында Өндәшмәйенсә ҡала алмайым. 5 Кем уның тиреһен тунай ала? Ике ҡат көбөн кем тишә ала? 6 Кемдең ҡулынан килә ҡапҡалай ауыҙын асыу? Осло тештәренең теҙмәһе ҡот осҡос. 7 Арт һаны ҡат-ҡат ҡалҡандар менән ҡаплы. Улар мисәтләнгән кеүек бик ныҡ беркетелгән, 8 Бер-береһенә терәлеп теҙелгәндәр, Араларынан хатта һауа үтерлек түгел. 9 Шул тиклем тығыҙ торалар, Йәбешкәндәр, айырырмын тимә. 10 Бышҡырһа, йәшен йәшнәгән һымаҡ; Күҙҙәре – таң нурҙарына оҡшаш. 11 Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла. 12 Морон тишектәренән төтөн бөркөлә, Әйтерһең, ҡамыш яҡҡан усаҡта ҡаҙан ҡайнай; 13 Һулышынан күмер дөрләп китә, Ауыҙынан ялҡын урғыла. 14 Муйынында ҡеүәт йәшәй, Уның алдында хатта дәһшәт тә бейеп тора. 15 Итләс тәне ҡойоп ҡуйған һымаҡ тығыҙ; Шул ҡәҙәрле ҡаты, һис ҡаҡшатам тимә. 16 Йөрәге таштай ҡаты, Ҡул тирмәненең аҫҡы ташылай. 17 Ливъяҫан ҡуҙғалғанда, бәһлеүәндәр ҙә ҡурҡа, Ул ташланғанда артҡа сигенә. 18 Уға ҡаршы ҡылыс күтәреү файҙаһыҙ, Һөңгө лә, уҡ та, һис бер ҡорал сыҙамаҫ. 19 Тимерҙе ул һалам һымаҡ күрер, Баҡыр уға сөрөк ағас кеүек. 20 Атҡан уҡтан ҡасмаҫ, Ә һапҡы ташын кәбәк һымаҡ та күрмәҫ. 21 Суҡмарҙы һалам тип ҡабул итер, Һөңгөнөң һыҙғырып осоуынан көлөр. 22 Ҡорһаҡ аҫты сүлмәк ватыҡтары кеүек осло: Мәтене ашлыҡ һуҡҡыс һымаҡ аҡтарып бара. 23 Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр; Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр. 24 Йөҙгәндә артынан балҡып торған эҙ ҡалдырыр; Аҡ күбектәр сал сәстәй тойолор. 25 Ер йөҙөндә ундай йән эйәһе юҡ башҡаса; Ҡурҡыуһыҙ яратылған бер мәхлүк. 26 Бөтөн тәкәбберҙәргә ул өҫтән аҫҡа ҡарай; Бөтөн мәғрур януарҙарҙың хакимы ул». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia