Әйүп 4 - Изге ЯҙмаӘлифаздың беренсе телмәре: Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? 1 Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы: 2 «Берәү һиңә һүҙ әйтергә баҙнат итһә, Күңелеңә ауыр алмаҫһыңмы? Хәйер, нисек өндәшмәй ҡалаһың? 3 Хәтереңә төшөр, үҙең күптәргә өгөт-нәсихәт бирҙең, Ҡулы һәленеп төшкәнгә көс өҫтәй инең. 4 Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың. 5 Инде үҙ башыңа төшкәс, сабырлығыңды юйғанһың; Үҙеңә килеп ҡағылғас, бөтөнләй ҡаушап ҡалғанһың. 6 Алланан ҡурҡыу ышаныс бирмәйме ни? Кәмселекһеҙ йәшәүеңә өмөт бағлай алмайһыңмы? 7 Хәтереңә төшөр: ғәйепһеҙҙең Ҡасан һәләк булғаны бар? Намыҫлыларҙың юҡҡа сыҡҡанын ҡайҙа күрҙең? 8 Минең күреүемсә, золом һөрөп, Яуызлыҡ сәскән бәндәләр ҡаза ура. 9 Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә. 10 Ажарланып ырылдаған арыҫлан да тыныр, Йәш арыҫландың теше ҡырылыр. 11 Табыш булмағас, арыҫлан һәләк була, Инә арыҫландың балалары таралышып бөтә. 12 Йәшерен һүҙ ишетелде миңә, Ҡолағыма бышылдау сағылды. 13 Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда, 14 Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым, Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде. 15 Бер рухтың еле йөҙөмә тейеп үтте – Хатта тәндә ҡош йөндәрем ҡалҡты. 16 Ул туҡтаны, уның ни булғанын аңламаным, Тик рәүешен генә абайланым. Тынлыҡта тауыш ишеттем: 17 „Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы? 18 Ҡара, Алла хеҙмәтселәренә лә ышанып бөтмәй, Хатта фәрештәләрендә лә етешһеҙлек таба. 19 Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы? 20 Ғүмерҙәре иртәнән кискә тиклем дә бармай, Абайламай ҙа ҡалаһың – юҡҡа сыға. 21 Тәндәренең бер һеңере тартып алынһа, Аҡыл-зирәклеккә ирешмәйенсә үлеп китәләр“. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia