Әйүп 38 - Изге ЯҙмаАлланың Әйүпкә яуабы 1 Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы: 2 «Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул? 3 Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир. 4 Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең? Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир. 5 Беләһеңдер, кем уның үлсәмен билдәләне? Өҫтөнән кем үлсәү бауын һуҙҙы? 6-7 Нимә өҫтөнә уның нигеҙҙәре ҡуйылды? Таң йондоҙҙарының ҡыуаныслы йыры, Илаһи заттарҙың шат гөрләшеүе аҫтында Кем ерҙең мөйөш ташын урынлаштырҙы? 8 Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас, Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы? 9 Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм, Ҡараңғылыҡ менән биләнем. 10 Уның сиктәрен билдәләп, Арҡыры биктәр ҡуйып, ҡапҡаһын йоҙаҡланым. 11 Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“. 12-13 Ер йөҙөнөң мөйөштәренән тотһон да Өҫтөнән яуыздарҙы һелкеп ташлаһын тип Ғүмереңдә берәй таңға бойороҡ бирҙеңме, Иртәнге шәфәҡҡә урынын күрһәттеңме? 14 Ер мөһөр баҫылған балсыҡ шикелле үҙгәрә; Сағыу кейем кейгәндәй күренә. 15 Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына, Күтәрелгән ҡулдары һындырыла. 16 Диңгеҙҙең инешенә төшкәнең, Даръяларҙың төбөнән гиҙгәнең бармы? 17 Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә? Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы? 18 Ер киңлектәрен тикшереп сыҡтыңмы һин? Һөйләп бир, ошоларҙың барыһын белһәң. 19 Ҡайҙа яҡтылыҡ төйәгенә алып барған юл? Ҡараңғылыҡтың торлағы ҡайҙа? 20 Уларҙы кире урындарына алып бара алырһыңмы? Өйҙәренә илткән һуҡмаҡты һин табырһыңмы? 21 Беләһеңдер инде, һин бит шул мәлдә тыуғанһың. Ғүмерең шулай оҙондор! 22 Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы? 23 Мин уларҙы ауыр замандар өсөн, Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым. 24 Йәшен ниндәй юлдар буйлап елә? Көнсығыш елдәре ерҙә нисек тарала? 25-27 Кеше аяғы баҫмаған төбәктәрҙе, Һис кем йәшәмәҫ сүлдәрҙе һуғарыу, Буш ятҡан ерҙәрҙе дымға туйындырыу, Тупраҡтан йәш үлән шытып сыҡһын өсөн Ҡойоп яуған ямғырҙарға кем юл һала? Күкрәүле йәшенгә кем юл аса? 28 Бармы ямғырҙың атаһы? Ысыҡ тамсыларын кем тыуҙыра? 29 Боҙ кем ҡарынынан сыға? Күктән төшкән ҡырауҙы кем тыуҙыра? 30 Һыуҙар таш һымаҡ ҡата ла Даръяларҙың йөҙө туңа. 31 Бәлки, һин Өлкәр йондоҙлоғоноң сылбырын төйнәп, Ориондыҡын тағата алырһың? 32 Йондоҙҙарҙы тәғәйен ваҡыттарында сығарып, Етегәнгә Кесеһе менән бергә юл күрһәтерһең? 33 Күктең ҡанундарын беләһеңме? Ерҙә тейешле тәртип урынлаштыра алырһыңмы? 34 Өҫтөңә мул ямғыр яуҙырһын тип Болотҡа тауыш күтәрә алаһыңмы? 35 „Беҙ әҙер!“ – тип осоп сыҡһын өсөн Йәшендәрҙе һин оҙата алаһыңмы? 36 Кем ибис ҡошона – зиһен, Ә әтәскә аңлау ҡеүәһе биргән? 37-38 Кем үҙенең аҡылы менән болоттарҙы һанай ала? Тупраҡ ташҡа әйләнгәндә, бергә уҡмашып ҡатҡанда, Кем күктең турһығын бушата ала? 39 Инә арыҫланға табышты һин ҡыуаһыңмы, Бала арыҫландарҙың тамағын һин туйҙыраһыңмы 40 Өңдәрендә аунағанда, Боҫҡонда аңдып ятҡанда? 41 Ҡоҙғонға емтекте кем әҙерләй, Ҡошсоҡтары аслыҡтан бәлтерәп Аллаға ярҙам һорап ҡысҡырған саҡта? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia