Әйүп 37 - Изге Яҙма1 Быларҙан минең йөрәгем ҡалтырана, Күкрәгемдән сығырҙай булып тибә. 2 Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ, Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ! 3 Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала, Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта. 4 Артынса тауышын күкрәтер, Мәғрур тауышы менән тетрәтер. Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ. 5 Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла. 6 Ҡарға: „Ергә яу“, – тип әмер бирә. Ямғырға: „Көслөрәк ҡой“, – тип бойора. 7 Үҙе бар ҡылған кешеләр Уның эштәрен белһен тип, Барыһының ҡулын тыйып тора. 8 Ул саҡта хайуандар ышыҡҡа ҡаса, Өңдәренә инеп йәшеренә. 9 Дауыл үҙенең торлағынан сыға, Төньяҡтан иҫкән ел һалҡын килтерә. 10 Алланың һулышы һыуҙарҙы туңдыра, Иркен һыуҙарҙың өҫтө боҙ менән ҡаплана. 11 Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә. 12 Бөтә ер йөҙөндә нимә ҡушһа, шуны эшләр өсөн, Болоттар Уның ихтыяры менән әйләнеп йөрөй. 13 Йә кешеләрҙе язалар өсөн, Йәки тупрағын һуғарып, Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә. 14 Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла. 15 Алла болоттарға йөҙөр өсөн нисек бойорғанын, Улар эсендә йәшендең нисек ялтлағанын беләһеңме? 16 Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы? 17 Көйҙөргөс көньяҡ еле аҫтында ер әлһерәп ятҡан саҡта Кейемеңдә һиңә эҫе – 18 Көҙгө кеүек ҡаты күк көмбәҙен Алла һымаҡ киреп ҡуя алырһыңмы? 19 Уға нимә тип әйтәйек, өйрәт беҙгә? Ҡараңғылығыбыҙ арҡаһында рәтләп һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ. 20 Минең әйтергә теләгәнемде Уға берәйһе еткерерме? Кемдең әйтеп һәләкәткә тарығыһы килһен? 21 Ел болоттарҙы ҡыуып күкте таҙартҡас, Күктә балҡыған ҡояшҡа ҡарау мөмкин түгел. 22 Төньяҡтан алтын балҡыш килә, Алла дәһшәтле ғиззәт менән килә. 23 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ. 24 Шуға ла кешеләр Унан ҡурҡып тора, Ул үҙен аҡыллы һанағандарға боролоп та ҡарамаҫ». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia