Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 33 - Изге Яҙма


Әлиһуҙың Әйүпкә ҡаршы әйткәне: Алла кешенән бөйөк

1 Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.

2 Ҡара, ауыҙымды асам, Һүҙҙәрем телем осонда тора.

3 Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.

4 Мине Алланың рухы бар ҡылды, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы йәшәү бирә.

5 Әгәр ҡулыңдан килһә, яуап бир; Әйҙә, дәлилдәр әҙерлә, ҡаршыма баҫ.

6 Мин дә Алланың алдында тап һинең кеүек – Мин дә балсыҡтан әүәләнгәнмен.

7 Һиңә минән ҡурҡырға урын юҡ; Ҡулым өҫтөңә ауыр йөк булып ятмаҫ.

8 Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо. Мин һүҙҙәреңде ишеттем:

9 „Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.

10 Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай.

11 Аяҡтарыма ҡалып кейҙерә, Һәр юлымды ҡарап-күҙәтеп тора“.

12 Әммә һиңә шуны әйтәм: Был йәһәттән һин хаҡлы түгелһең, Сөнки Алла кешенән бөйөк.

13 Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип, Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә?

14 Алла бер төрлө, икенсе төрлө әйтеп ҡарай, Әммә Уны аңламайҙар.

15 Төштә, төнгө күренмештә, Кешене тәрән йоҡо баҫҡанда, Түшәктә серем итеп ятҡанда,

16 Кешенең ҡолағын аса, Иҫкәртеүҙәр менән ҡотон ала,

17 Уны яуызлыҡ ҡылыуҙан арындырыу, Тәкәбберлектән ҡотҡарыу өсөн;

18 Йәнен ҡәбер соҡоронан, Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн.

19 Ҡаты ауырыу түшәккә йығып һабаҡ бирә, Һөйәктәрен һыҙландырып, аҡылға ултырта.

20 Ундай саҡта кеше ашауҙан биҙә; Иң яратҡан ризығынан да екһенә.

21 Уның тәне күҙ алдында кибә, Һөйәктәре төртөп килеп сыға.

22 Йәне ҡәбер соҡорона, Ғүмере үлем илселәренә яҡынлаша.

23 Әгәр янында бер фәрештә, Меңәрләгән яҡлаусының береһе булһа, Кешегә нимә дөрөҫ икәнен әйтеп торһа,

24 Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.

25 Шул саҡ ул кешенең тәне үҫмер сағындағылай яңырыр, Ул ҡабаттан йәшлек дәүеренә ҡайтыр.

26 Ул Аллаға доға итер, Алла иһә уны ҡабул ҡылыр. Алланың хозурына ул ҡыуанып килер. Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр.

27 Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.

28 Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.

29-30 Кешенең йәнен ҡәберҙән ҡотҡарыр, Уларға тормош нуры балҡыһын өсөн, Ҡара, Алла быларҙы кешегә Ике, хатта өс тапҡырҙар эшләй.

31 Диҡҡәт менән тыңла, Әйүп, ҡолаҡ һал, Мин һөйләгәндә өндәшмә.

32 Ә инде әйтергә һүҙең булһа, яуап ҡайтар. Һөйлә, сөнки һинең аҡланыуыңды теләйем.

33 Әгәр һүҙең булмаһа, өндәшмә, мине тыңла, Һиңә аҡыл өйрәтәйем».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan