Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 32 - Изге Яҙма


Әлиһуҙың беренсе телмәре: Бер кемде лә яҡламайым

1 Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.

2 Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.

3 Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды.

4 Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине.

5 Был өсәүҙең әйтер һүҙе ҡалмағанын күреп, ярһып китте.

6 Буздың нәҫеленән Барахелдың улы Әлиһу былай тине: «Йәшем буйынса кесемен, ә һеҙ өлкәнһегеҙ. Шуға ла ҡыйыуһыҙландым, Фекеремде белдерергә ҡурҡып торҙом.

7 „Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.

8 Ысынында, кешелә булған рух, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы әҙәмгә зирәклек бирә.

9 Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән.

10 Шуға күрә: „Мине лә тыңлағыҙ, – тием. Мин дә фекеремде әйтәйем“.

11 Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе көттөм, Һеҙ һүҙ һайлаған арала, Фекерҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым.

12 Мин һеҙҙе ҙур иғтибар менән тыңланым, Әммә берегеҙ ҙә Әйүптең хаҡ булмағанын раҫлай алманы, Уның әйткәндәренә яуап бирмәне.

13 „Аҡыллы фекергә килдек, – тип әйтергә ашыҡмағыҙ. – Йәнәһе, уны әҙәм түгел, Алла фашлар“.

14 Әммә Әйүптең һүҙҙәре миңә ҡаршы йүнәлмәгән, Мин уға һеҙҙеңсә яуап ҡайтармайым.

15 Улар аптырап ҡалдылар, башҡа яуап тапманылар, Әйтергә һүҙҙәре ҡалманы.

16 Улар өндәшмәй, яуапһыҙ тора, тип Мин һаман да көтөп торайыммы?

17 Минең дә әйтер һүҙем бар, Мин дә белгәнемде әйтәм.

18 Сөнки эсем таша әйтер һүҙҙән, Рух миңә тынғылыҡ бирмәй.

19 Әйтерһең, эсемдә шарап ҡайнай, Гүйә шартлап ярылырға еткән яңы турһыҡмын.

20 Әйтәйем дә, эсем бушап ҡалыр; Ауыҙ асайым да яуап ҡайтарайым.

21 Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым.

22 Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин; Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan