Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 31 - Изге Яҙма

1 Ҡыҙҙарға күҙ һалмам тиеп, Күҙҙәрем менән килешеү төҙөшкәйнем.

2 Кеше юғарынан – Алланан ниндәй өлөш алыр? Кешегә өҫтән – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ниндәй биләмә булыр?

3 Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?

4 Алла минең йөрөгән юлдарымды күрмәй, Баҫҡан аҙымды һанап тормаймы ни?

5 Әгәр ҙә мин яңылышҡа боролһам, Аяҡтарым ялған артынан ашыҡҡан булһа –

6 Әйҙә Алла мине иң дөрөҫ бизмән менән үлсәһен, Шунда Ул намыҫлылығымды белер.

7 Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа, Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа, Ҡулдарым бысранған булһа,

8 Сәскәнемде башҡа берәү ашаһын, Игенем тамырынан йолҡоп алынһын.

9 Ят ҡатын тип аҡылымды юйған булһам, Күршем ишеге төбөндә боҫоп ятһам,

10 Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын.

11 Был – боҙоҡлоҡ, Хөкөмгә бирелергә тейешле ғәйеп һаналыр,

12 Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған, Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине.

13 Миңә ҡаршы дәғүә белдергәндә Ҡол һәм ҡолиәләремдең хоҡуҡтарын инҡар итһәм,

14 Алла мине хөкөм итергә ҡалҡҡанда нишләр инем? Ул һорау алғанда нимә тип әйтер инем?

15 Мине әсәм ҡарынында яратҡан Алла, Уларҙы ла яратмағанмы ни? Беҙгә рәүеш биргән дә Ул түгелме?

16 Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,

17 Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме?

18 Йәш сағымдан етемдәргә атай урынында, Бала саҡтан тол ҡатындарға таяныс булдым.

19 Яланғастың туңып үлгәнен, Ярлының кейемһеҙ өшөгәнен күреп, Битараф ҡына ҡарап торһам,

20 Һарыҡтарымдың йөнө уларҙы йылытмаһа, Улар миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтмәһә,

21 Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам –

22 Ҡалаҡ һөйәгем ҡаймыҡһын, Ҡулым яурынымдан өҙөлөп төшһөн!

23 Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.

24 Әгәр алтынға өмөт бағлаған булһам, Саф алтынды: „Ышанысым һин!“ – тиһәм,

25 Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;

26 Әгәр балҡыған ҡояшҡа, Балҡып хәрәкәт иткән айға ҡарап,

27 Күңелем түрендә уларға ымһынһам, Уларға илаһтарға табынған һымаҡ ҡул һонһам;

28 Был да хөкөмгә бирерлек ғәйеп, Юғарылағы Аллаға хыянат булыр ине.

29 Әллә мине күрә алмаған кешенең ҡайғыһына ҡыуандыммы? Башына бәлә килде тип шатландыммы?

30 Уның башына ҡарғыш төшөүен теләп, Ауыҙыма гонаһ ҡылырға мин юл ҡуйманым.

31 Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?

32 Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы; Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды.

33-34 Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?

35 Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.

36 Мин ул төргәк китапты яурыныма һалып, Таж итеп башыма кейеп йөрөр инем.

37 Һәр атлаған аҙымымды Аллаға белдерер инем, Бер шаһзада һымаҡ хозурына барыр инем.

38 Баҫыуым да мине ғәйепләһә, Бураҙналар минән зарланып һыҡтаһа,

39 Уның уңышын бушлай ашаһам, Ер эшкәртеүселәрҙең йәнен йонсотһам,

40 Баҫыуымда бойҙай урынына сәнскәк, Арпа урынына алабута үҫһен». Ошонда Әйүптең һүҙе тамамланды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan