Әйүп 3 - Изге ЯҙмаӘйүптең беренсе телмәре: Ҡараңғылыҡҡа убылһын ул көн 1 Шунан һуң Әйүп, һүҙ башлап, үҙе донъяға килгән көндө ҡәһәрләне. 2 Ул былай тине: 3 «Мин тыуған көн, „Ир бала яралды!“ – тип әйткән төн юҡҡа сыҡһын! 4 Ҡараңғылыҡҡа убылһын ул көн, Алла күктә уны иҫенә алмаһын, Ул көн өсөн таң тыумаһын. 5 Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын. 6 Ул төндө дөм ҡараңғылыҡ йотһон, Йыл көндәре араһында һаналмаһын, Айҙарҙың хисабына инмәһен. 7 Әйҙә ул төн ҡыҫыр ҡалһын, Унда шатлыҡ ауазы яңғырамаһын. 8 Ливъяҫанды уята алырлыҡ Көндәргә ләғнәт уҡыусылар Әйҙә ул көнгә ҡарғыш яуҙырһын. 9 Ул төндөң таң йондоҙҙары ҡараңғыланһын; Зарығып таңды көтөүе бушҡа сыҡһын; Иртәнге шәфәҡ нурҙарын күрә алмаһын. 10 Сөнки ул төн әсәйемдең аналығын бикләмәгән, Күҙҙәремде ғазаптарҙан йәшермәгән. 11 Ни өсөн мин үле тыумағанмын? Ҡарындан сығыу менән йән бирмәгәнмен? 12 Ниңә мине тыуғанда теҙҙәренә ҡабул иткәндәр? Ниңә миңә күкрәк һөтөн имеҙгәндәр? 13 Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем 14 Һалдырған ҡалалары күптән үк емерелгән Ер батшалары, уларҙың вәзирҙәре, 15 Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында. 16 Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен? 17 Унда залимдар яуызлығынан туҡтай, Унда талсыҡҡандар ял таба. 18 Унда тотҡондар ҙа тыныслыҡта, Күҙәтселәрҙең аҡырыныуын ишетмәй. 19 Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә; Ҡол да хужаһынан азат. 20 Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү? 21 Улар үлем көтә, тик таба алмай. Хазинанан да артығыраҡ күреп эҙләй. 22 Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине. 23 Ни өсөн ғүмер бирелә Ҡайҙа барғанын белмәгән, Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә? 24 Көрһөнөүем ризығымдан алда килә, Ыңғыраштарым һыуҙай эркелә. 25 Ниҙән ҡурҡһам – алдыма шул килде, Нимәнән ҡотом осһа – башыма шул төштө. 26 Ал да юҡ, ял да юҡ, йәм дә юҡ, Бары тик ғәм генә тороп ҡалды». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia