Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 29 - Изге Яҙма


Әйүптең һуңғы телмәре: Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән

1 Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине:

2 «Әгәр ҙә мин үткән мәлдәрҙәге, Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән!

3 Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата, Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем.

4 Ғүмеремдең сәскәле мәле кире ҡайтһасы, Сатырымды Алла Үҙе ҡанаты аҫтында тота ине.

5 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе әле янымда, Балаларым әйләнәмдә ине.

6 Ҡайҙа һуң аяҡтарым һөттә йыуылған, Ҡаяларҙан зәйтүн майы ағып торған көндәр!

7 Ҡала ҡапҡаһы янына сығып, Майҙанда урынымды алған сағымда

8 Йәштәр мине күреп юл бирә һала, Ҡарттар ҡалҡып аяғүрә баҫа,

9 Түрәләр һөйләүҙән туҡтап, Ҡулдары менән ауыҙын ҡаплай,

10 Затлыларҙың тауышы ҡарлыға, Телдәре аңҡауҙарына йәбешә торғайны.

11 Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны, Мине күргән күҙҙәр шаһит ине –

12 Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.

13 Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны, Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем.

14 Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.

15 Һуҡырҙарға күҙ булдым, Аҡһаҡтарға аяҡ инем.

16 Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.

17 Хаҡһыҙҙың яңағын һындыра һуҡтым, Табышын тештәре араһынан тартып алдым.

18 „Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр, Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. –

19 Тамырҙарым һыуға тейер, Ботаҡтарымда төн һайын ысыҡ ҡуныр,

20 Шөһрәтем һәр саҡ яңырып торор, Ҡулымдағы йәйәм ҡаты булыр“, – тинем.

21 Кешеләр һөйләгәнемә ҡолаҡ һала, Кәңәшемде шымып көтә ине.

22 Минең һүҙем һәр саҡ һуңғы булды, Һүҙҙәрем уларға ысыҡ тамсыһылай тамды.

23 Улар мине ямғырҙай көтөп алыр, Һүҙҙәремде яҙғы ямғыр һымаҡ йотор ине.

24 Йылмайыуым уларҙа өмөт уята, Яҡты йөҙөм күңелдәрен күтәрә торғайны.

25 Уларға юл күрһәтә, башлыҡ һымаҡ әйҙәй инем, Ғәскәр уртаһындағы батшалай йәшәй инем, Йәш түккәндәрҙе йыуатыр булдым.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan