Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 27 - Изге Яҙма


Әйүптең йомғаҡлау һүҙе: Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам

1 Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине:

2 «Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:

3 Ҡасанға тиклем эсемдә йәнем, Танауымда Алланың һулышы булһа,

4 Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ!

5 „Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.

6 Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.

7 Дошманым яуыз әҙәмдәр иҫәбендә йөрөһөн, Миңә ҡаршы булғандар ямандар һымаҡ язаланһын.

8 Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?

9 Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?

10 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы? Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы?

11 Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.

12 Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?

13 Залим әҙәмдең Алланан алыр өлөшө, Иҙеүсенең сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән алыр мираҫы ошо:

14 Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.

15 Иҫән ҡалғандарҙы үләт ҡәбергә индерер, Тол ҡалған ҡатындары илап оҙата алмаҫ.

16 Ҡом һымаҡ хисапһыҙ көмөш йыйһа, Кейем-һалымын балсыҡтай өйөп һалһа ла,

17 Ул әҙерләгәнде тәҡүә кеше кейер, Көмөшөн ғәйепһеҙҙәр бүлешеп алыр.

18 Өйө – үрмәксенең ауы һымаҡ, Ҡырҙағы ҡарауылсы ҡыуышы кеүек булыр.

19 Бай булып йоҡларға ятыр, Иртән күҙен асһа – бер нәмәһе лә ҡалмаған.

20 Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр, Төндә дауыл өйөрөлтөп китер.

21 Көнсығыштан иҫкән көйҙөргөс ел Уны урынынан ҡуптарыр, Осороп алып китер.

22 Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.

23 Ел уның артынан әсе һыҙғырып, Ҡулын сабып тороп ҡалыр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan