Әйүп 25 - Изге ЯҙмаБилдадтың өсөнсө телмәре: Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? 1 Шуахтан килгән Билдад былай тип яуап бирҙе: 2 «Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт. Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла. 3 Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы? Нуры кемгә генә төшмәй? 4 Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын? 5 Ҡара, Алла хозурында ай ҙа тоноҡ, Хатта йондоҙҙар ҙа пак түгел. 6 Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia