Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 23 - Изге Яҙма


Әйүптең һигеҙенсе телмәре: Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем

1 Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:

2 «Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.

3 Белһәм икән Уны ҡайҙан табырға, Төйәгенә бара белһәм икән!

4 Дәғүәмде алдына һалыр инем, Ауыҙ тултырып дәлилдәремде әйтер инем.

5 Нисек яуап ҡайтарғанын белер инем, Бөтә әйткәндәрен аңлар инем.

6 Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп, Минең менән хөкөмләшер инеме? – Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине.

7 Шунда намыҫлы Уның менән бәхәсләшә алыр, Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем.

8 Әммә көнсығышҡа барһам – Ул унда юҡ, Көнбайышҡа барһам да таба алмайым.

9 Ғәмәлдәре төньяҡ тарафтамы – күҙем күрмәй; Көньяҡҡа бороламы – абайламай ҡалам.

10 Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.

11 Мин фәҡәт Уның аҙымдарынан барҙым, Уның юлын тоттом, ситкә атламаным.

12 Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.

13 Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.

14 Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер.

15 Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.

16 Алла бар тәҡәтемде ҡоротто, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө.

17 Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan