Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 22 - Изге Яҙма


Әлифаздың өсөнсө телмәре: Асыҡҡанға икмәгеңде йәлләнең

1 Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы:

2 «Кешенән Аллаға ниндәй файҙа? Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы?

3 Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы? Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота?

4 Ул һине Үҙенән ҡурҡҡан өсөн әрләй, Шуға күрә хөкөмгә илтә тиһеңме?

5 Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?

6 Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың: Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың,

7 Арығанға эсергә һыу бирмәнең, Асыҡҡандан икмәгеңде йәлләнең.

8 Ергә ҡеүәтлеләр хужа була, Дәрәжәле генә унда төйәкләнә, тип уйланың.

9 Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң, Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың.

10 Шуға күрә әйләнәңдә – тоҙаҡ, Көтөлмәгән дәһшәт солғап алған.

11 Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.

12 Күктәрҙән дә юғарыраҡ түгелме ни Алла? Күҙҙәреңде күтәреп баҡ, Йондоҙҙар ҡайһылай бейек!

13 Ә һин: „Алла нимә белә? – тиһең. – Ҡараңғылыҡ аша нисек хөкөм ҡылһын?

14 Ул күрмәй, ҡуйы болот ышыҡлай. Йөрөй тегендә-бында күк көмбәҙендә“.

15 Һин дә тотмаҡсыһыңмы залимдар һалған иҫке юлды?

16 Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.

17 Улар Аллаға: „Йыраҡ тор беҙҙән! – тип әйтә ине. – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе нимә эшләтә алһын беҙҙе?“

18 Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!

19 Тәҡүәләр яуыздарҙың һәләкәтен күреп шатланыр, Гонаһһыҙҙар уларҙан көлөр:

20 „Бына дошмандарыбыҙ юҡ булды, Байлыҡтары янып, көлгә әйләнде!“

21 Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап, Шул сағында бәрәкәт тә килер.

22 Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте, Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт.

23 Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!

24 Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –

25 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе һинең алтының, Өйөм-өйөм көмөшөң булыр.

26 Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың, Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең.

27 Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.

28 Нимә ниәт ҡылһаң, шул ғәмәлгә ашыр, Юлдарыңа нур һирпелер.

29 Түбәнһетелгән, йығылғанды күреп: „Торғоҙоғоҙ!“ – тип әйтерһең. Алла күңеле төшкәндәрҙе ҡотҡарыр.

30 Хатта ғәйебе булһа ла йолоп алыр, Һинең ҡулыңдың паклығы арҡаһында гонаһлы ҡотҡарылыр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan