Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 19 - Изге Яҙма


Әйүптең алтынсы телмәре: Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды

1 Әйүп былай тип яуапланы:

2 «Ҡасанға тиклем йәнемде иҙерһегеҙ? Һүҙҙәрегеҙ менән бәғеремде телерһегеҙ?

3 Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ, Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ.

4 Әгәр ысынлап юлдан яҙған булһам да, Унан бит бары минең үҙемә зыян!

5 Үҙегеҙҙе минән өҫтөнөрәк ҡуяһығыҙ, Кәмһетелеүемде үҙемә ҡаршы йүнәлтәһегеҙ икән,

6 Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.

7 Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.

8 Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.

9 Шөһрәтемде минән тартып алды, Башымдан тажымды атып бәрҙе.

10 Ул мине һәр яҡлап бөктө – бөттөм, Өмөтөмдө, ағас һымаҡ, тамырынан йолҡоп алды.

11 Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай.

12 Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.

13 Ағай-энемде Ул минән ситләштерҙе, Таныштарым мине ят күрәләр.

14 Туғандарым ташланы, Йән дуҫтарым ситкә типте,

15 Үҙ өйөмдә һыйындырған заттар, Аҫырауҙар менән хеҙмәтселәр мине ят күрәләр, Улар күҙендә килмешәккә әйләндем.

16 Хеҙмәтсемде саҡырам, ул яуап бирмәй, Ауыҙ һыуымды түгеп ялбарырға мәжбүрмен.

17 Һулышымдың еҫенән ҡатыным биҙҙе, Ҡәрҙәштәрем минән ерәнәләр.

18 Хатта бала-саға мине һанға һуҡмай, Тороп баҫыуым була, үсекләй башлай.

19 Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.

20 Тире лә һөйәк кенә тороп ҡалдым, Бына-бына йәнем сығып бара.

21 Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине!

22 Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?

23 Әгәр һүҙҙәрем яҙылып барһа ине, Теркәлһә ине төргәк китапҡа;

24 Тимер ҡәләм менән соҡоп, ҡурғаш ҡойоп яҙылһа, Мәңгелеккә ҡаяға сүкеп уйылһа ине!

25 Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!

26 Хатта тирем сереп төшкәндә лә, Ошо тәнемдә Алланы күрәсәкмен.

27 Мин Уны үҙ күҙҙәрем менән күрәсәкмен, Үҙем, башҡа берәү түгел! Бәғерем телгеләнә эсемдә.

28 Әгәр ҙә: „Нисек беҙ уны эҙәрләйек? Яуызлыҡтың тамыры үҙендә бит һуң“, – тиһәгеҙ,

29 Ҡылыс йөҙөнән ҡурҡығыҙ, Сөнки ярһыу ҡылыс менән язалана; Шул ваҡытта ғәҙел хөкөмдөң барлығын белерһегеҙ!»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan