Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 18 - Изге Яҙма


Билдадтың икенсе телмәре: Аллаһыҙҙарҙың тәҡдире шундай

1 Шуахтан килгән Билдад яуап ҡайтарҙы. Былай тине:

2 «Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ? Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ.

3 Ниңә беҙ хайуан булып иҫәпләнәбеҙ? Күҙҙәреңә ахмаҡ булып күренәбеҙ?

4 Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?

5 Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.

6 Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.

7 Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр, Үҙ мәкере үҙенең башына етер.

8 Аяҡтары алып барып индерер тоҙаҡҡа, Үҙе барып баҫыр ҡапҡанға

9 Элмәк эләктерер бәкәленән, Тәпегә ул барып ҡыҫыласаҡ.

10 Йәшерен тоҙаҡ һағалар уны, Һуҡмағында ҡапҡан көтөп торор.

11 Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.

12 Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор, Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор.

13 Уның тиреһен сир-зәхмәт ашар, Әжәлдең тәүге сапҡыны ағзаларын мөнйөр.

14 Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.

15 Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.

16 Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер.

17 Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.

18 Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.

19 Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.

20 Көнбайышта йәшәгәндәр, уның яҙмышын ишетеп, тетрәнер; Көнсығыштағылар, уны күреп, дәһшәткә батыр.

21 Яуыздарҙың торлағы менән шул булыр, Тәҡдире шундай аллаһыҙҙарҙың».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan