Әйүп 17 - Изге Яҙма1 Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә. 2 Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар. 3 Эй Алла, Үҙ-Үҙең алдында йолоп алыусым бул! Башҡа кем һуң миңә ярҙам ҡулы һуҙыр? 4 Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың. 5 Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер. 6 Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә. 7 Ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәрем томаланды, Кәүҙәмдән тик шәүлә тороп ҡалды. 8 Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр, Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр, 9 Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр. 10 Әммә һеҙ һәммәгеҙ ҙә йәнә килегеҙ – Арағыҙҙан бер аҡыллы кеше таба алмайым. 11 Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде. 12 Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ. 13 Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм, 14 Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм, 15 Ҡайҙа һуң минең өмөтөм? Минең өмөтөмдө кем күрер? 16 Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia