Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 14 - Изге Яҙма

1 Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.

2 Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.

3 Һәм Һин күҙеңде шуға текләйһеңме? Үҙең менән хөкөмләшергә илтәһеңме?

4 Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр? Бер кем дә!

5 Әҙәм ғүмеренең көндәре һанаулы, Айҙары Һинең ихтыярыңда, Сик ҡуйғанһың – уны үтә алмаясаҡ.

6 Шулай булғас, унан күҙеңде ал; Эшен тамамлаған көнлөксөләй, Исмаһам, саҡ ҡына рәхәт күрһен.

7 Хатта ағас өсөн дә өмөт бар: Киҫелһә лә, ғүмере өҙөлмәй – Төпһәһенән үҫентеһе сыға.

8 Ерҙә тамырҙары ҡартайһа ла, Төпһәһе саңға батып кипһә лә,

9 Дымды тойоу менән үрсем бирә, Яңы ғына ултыртылған һымаҡ бөрөләнә.

10 Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?

11 Һыуы кипкән күл, Ҡороп ҡалған йылға һымаҡ,

12 Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ, Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ, Шул йоҡоһонан айнымаҫ.

13 Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!

14 Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.

15 Һин мине саҡырыр, ә мин яуап бирер инем; Мине – Үҙең бар ҡылғанды – һағыныр инең.

16 Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да, Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең.

17 Енәйәттәремде тоҡҡа һалып, мөһөр һуғыр, Ғәйептәремде өҫтөнән аҡлап ҡуйыр инең.

18 Ләкин тауҙың ҡолап онталғаны, Ҡаяның урынынан ҡупҡаны,

19 Һыуҙың ташты ашағаны, Ташҡындың тупраҡты йыуғаны һымаҡ, Һин дә кешенең өмөтөн юҡҡа сығараһың.

20 Бер мәл уны тамам еңәһең дә ул китә; Ҡиәфәтен үҙгәртәһең дә ебәрәһең.

21 Улдары дан ҡаҙанғанмы – уны белмәҫ, Кәмселеккә төшкәндәрме – инде һиҙмәҫ.

22 Үҙ тәненән башҡа һыҙланыуҙы тоймаҫ, Бары үҙе өсөн генә йәне һыҡтар».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan