Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйүп 13 - Изге Яҙма

1 Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.

2 Һеҙ белгәнде мин дә беләм, Һеҙҙән бер ҙә кәм ерем юҡ.

3 Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!

4 Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.

5 Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ, Был, исмаһам, аҡыл булыр ине.

6 Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.

7 Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?

8 Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы? Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы?

9 Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы?

10 Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ, Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ.

11 Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни? Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме?

12 Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.

13 Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын.

14 Тормошом хәүеф аҫтында ҡалһа ҡалһын, Йәнемде усыма йомарлайым.

15 Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.

16 Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине.

17 Тыңлағыҙ әйткәндәремде, тыңлағыҙ, Һүҙҙәремде ҡолағығыҙға киртегеҙ.

18 Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.

19 Минең менән дәғүәләшә алыусы булырмы? Ул саҡта шымырмын да үлермен.

20 Эй Алла, ике генә нәмә ялбарам, Шул саҡта мин Һинән йәшеренмәм:

21 Ҡулыңды минең өҫтөмдән ал да Дәһшәтең менән ҡотомдо алма.

22 Шунан саҡыр – мин яуап бирермен; Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар.

23 Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме? Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды.

24 Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?

25 Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы, Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме?

26 Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың, Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың.

27 Аяҡтарыма Һин ҡалып кейҙергәнһең, Баҫҡан аҙымымды күҙәтеп тораһың, Аяҡ эҙемдән юллап киләһең.

28 Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan