Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 9 - Изге Яҙма

1 Аҡыл, ете бағанаһын йышып, үҙенә йорт һалды;

2 мал һуйҙы, тәмләткестәр ҡушып шарап әҙерләне, табын ҡорҙо.

3 Хеҙмәтсе ҡыҙҙарын ҡаланың бейек урынына ебәреп, иғлан иттерҙе:

4 «Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:

5 «Килегеҙ, һыйымды ашағыҙ, әҙерләгән шараптан ауыҙ итегеҙ!

6 Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине.

7 Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр.

8 Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.

9 Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр.

10 Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!

11 Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер.

12 Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.

13 Ахмаҡлыҡ – ғауғасыл, аңһыҙ, наҙан ҡатын –

14 өйөнөң ишеге алдына сығып йәки ҡаланың иң ҡалҡыу ерендә ултырып,

15 үҙ юлынан китеп барғандарҙы саҡырып ҡысҡыра:

16 «Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:

17 «Урлап эскән һыу татлыраҡ, йәшереп ашаған икмәк тәмлерәк!»

18 Ә янына килгән бахыр үҙен әруахтар янына саҡырғанды белмәй. Уның ҡунаҡтары – үлеләр донъяһының төпкөлөндә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan