Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 8 - Изге Яҙма


Аҡыл кешеләргә өндәшә

1 Аҡыл – зирәк ҡатын – саҡырамы әллә? Зиһен ауазын яңғырата түгелме?

2 Юл буйындағы ҡалҡыуҙа, Юлдар сатында баҫып тора ул;

3 ҡала ҡапҡалары төбөндә һөрән һала, ишектәр алдында яр һала:

4 «Кешеләр, һеҙгә өндәшәм, әҙәм балаларына мөрәжәғәт итәм.

5 Бер ҡатлылар, аҡыл менән эш итергә өйрәнегеҙ, эй ахмаҡтар, аҡыл туплағыҙ.

6 Минең рухлы телмәремде тыңлағыҙ, – ауыҙымды дөрөҫлөк һөйләр өсөн асамын.

7 Минең телем хәҡиҡәтте һөйләй, ялған – ауыҙым өсөн ерәнгес.

8 Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр гелән ғәҙел, мәкер-алдаҡ юҡ уларҙа.

9 Аңлағандар өсөн улар аңлайышлы, ғилем эйәләре өсөн дөрөҫ.

10 Нәсихәтемде көмөштән ғәйре күрегеҙ, ғилемде саф алтындан өҫтөн ҡуйығыҙ.

11 Сөнки аҡыл аҫылташтан ҡиммәтерәк, һин теләгән бер нәмә лә уға тиңләшә алмаҫ.

12 Мин аҡылмын, зирәклек минең юлдашым, белем менән төплөлөк – эҙләгәнем.

13 Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.

14 Кәңәш миндә, айыҡ аҡыл миндә, мин зиһенмен, көс минең менән.

15 Минең ҡөҙрәтем менән батшалар идара итә, хакимдар ғәҙеллек урынлаштыра.

16 Минең ҡөҙрәтем менән башлыҡ һәм түрәләр, ер йөҙөнөң барлыҡ хөкөмдарҙары ғәҙел идара итә.

17 Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.

18 Минең менән байлыҡ һәм дан, бөтмәҫ муллыҡ һәм дөрөҫлөк.

19 Емештәрем алтындан, хатта саф алтындан яҡшыраҡтыр; файҙам иһә саф көмөштән өҫтөнөрәк.

20 Мин тоғролоҡ юлынан, ғәҙеллек эҙҙәренән йөрөйөм,

21 үҙемде яратҡандарға байлыҡ килтерәм, хазиналарын арттырам.

22 Раббы Үҙ юлының башланғысында һәр эшенән әүәл миңә эйә булды.

23 Донъя бар булғандан алда, әүәлдән үк барлыҡҡа килдем мин.

24 Даръялар юҡ саҡта, сығанаҡтар ҙа булмағанда барлыҡҡа килдем.

25 Тауҙар ҡалҡмағайны әле ул саҡта. Ҡалҡыулыҡтарҙан да алда тыуҙым.

26 Раббы ҡырҙары менән ер өҫтөн, ғаләмдең бөртөк ҡомон да бар итмәгәйне.

27 Ул күкте бар ҡылғанда – шунда булдым, даръя өҫтөнә офоҡто һыҙған саҡта,

28 күк йөҙөнә болоттар урынлаштырғанда, ер аҫтындағы инеш юлдарын нығытҡанда,

29 Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –

30 мин Раббы янында оҫта булдым, һәр көн һайын Уның һөйөнөсө инем, гелән Уның алдында ҡыуандым.

31 Ерҙәге донъяға һөйөндөм мин, әҙәм заттарын уйлап ҡыуандым.

32 Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, балалар: минең юлдан барыусылар бәхетле.

33 Нәсихәтемде тыңлағыҙ – аҡыл туплағыҙ, уны һис тә кире ҡаҡмағыҙ.

34 Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.

35 Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана.

36 Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan