Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 4 - Изге Яҙма

1 Тыңлағыҙ, уландар, атай нәсихәтен, ҡолаҡ һалығыҙ, аҡыл туплағыҙ.

2 Мин бит һеҙҙе яҡшылыҡҡа өйрәтәм, һүҙҙәремде кире ҡаҡмағыҙ.

3 Мин дә атайымдың улы инем, әсәйемдең берҙән-бер ғәзизе булдым.

4 Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.

5 Аҡыл тупла һин, белем йый, әйткәнемде онотма, һүҙемдән сыҡма.

6 Аҡылдан айырылма, ул һине һаҡлар; уны ярат – бәләнән аралар.

7 Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла, мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна.

8 Аҡылдың ҡәҙерен бел, ул һине күтәрер, әгәр ҙә уға һарылһаң, ул һине дан ҡаҙандырыр;

9 башыңа гүзәл сәскәләрҙән таҡыя, күркәм бер шөһрәт тажы кейҙерер».

10 Тыңла, улым, һүҙҙәремде ҡабул итһәң, ғүмер йылдарыңды арттырырһың.

11 Һиңә аҡылдың һуҡмағын күрһәтермен, тура юлға йүнәлтермен.

12 Унан барһаң, аҙымдарың яңылышмаҫ, йүгергәндә абынмаҫһың.

13 Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.

14 Яуыздарҙың һуҡмағына аяҡ баҫма, ямандарҙың юлы менән китмә.

15 Ул юлдан ҡас, унан йөрөмә! Ситкә тайпыл, уны урап үт!

16 Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.

17 Сөнки уларҙың ризығы – яуызлыҡ, залимлыҡтың шарабын эсәләр.

18 Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.

19 Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.

20 Улым, һүҙҙәремә иғтибарлы бул, әйткәндәремә ҡолаҡ һал.

21 Уларҙы күҙ уңыңдан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,

22 сөнки уларҙы тапҡан кешегә – йәшәү, бөтә тәнгә сәләмәтлек бирә.

23 Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.

24 Телеңде һин ялған һөйләүҙән тый, мәкерҙе ауыҙыңдан ҡыу;

25 күҙҙәрең гел тура ҡараһын, ҡарашың һәр саҡ алға төбәлһен;

26 аяҡ баҫҡанға тиклем һин ныҡлап уйла, шул саҡ бар юлдарың ышаныслы булыр.

27 Уңға ла, һулға ла тайпылма, аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan