Әйтемдәре 31 - Изге ЯҙмаЛемуил батшаның һүҙҙәре 1 Массалар батшаһы Лемуилдың әсәһенән өйрәнгән аҡыллы һүҙҙәре. 2 Эй улым, һиңә нимә әйтәйем? Ҡарынымдың емеше булған улым, нимә һөйләйем? Эй нәҙерҙәремдең улы, һиңә нимә өйрәтәйем! 3 Ҡеүәтеңде ҡатындарға бирмә, батшаларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүселәргә юлыңды бирмә. 4 Батшаларға, Лемуил, батшаларға түгел шарап эсеү, хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү; 5 юҡһа эсеп иҫереп, ҡанундарҙы оноторҙар, ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар. 6 Хәмерҙе һәләк булып барыусыға, шарапты ҡайғыға батҡанға бирегеҙ: 7 эсер ҙә ярлылығын онотор, күңел ғазаптарын иҫкә алмаҫ. 8 Теле зәғиф кеше өсөн, йәберләнгәндәр хоҡуғы өсөн; 9 ғәҙеллекте яҡлап, мохтаждарҙың, хәйерсенең хәле өсөн ауыҙ асып хәбәр һөйлә. Яҡшы ҡатынға маҡтау (Алеф) (Алеф) 10 Әҙәпле ҡатын табыуҙары ҡыйын, аҫылташтан ғәйре баһаһы. (Бейт) (Бейт) 11 Ундай ҡатынға иренең йөрәге ныҡ ышана, уның менән һәр саҡ бәрәкәт ҡаҙаныр. (Гимел) (Гимел) 12 Ул иренә яманлыҡ ҡылмаҫ, ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләр. (Далеҫ) (Далеҫ) 13 Йөн тетһә лә, етен эшкәртһә лә – ҡулы тилбер, ҡулы белдекле. (Һе) (Һе) 14 Сауҙа караптары һымаҡ, алыҫтан икмәк табып килтерер. (Уау) (Уау) 15 Таң һарыһынан йоҡонан торор, ғаиләһенә ашарға хәстәрләр, хеҙмәтсе ҡыҙҙарына эш бүлеп бирер. (Зайн) (Зайн) 16 Баҫыу хаҡында ҡайғыртып, һатып алыр, тапҡан аҡсаһына йөҙөм баҡсаһы ултыртыр. (Хеҫ) (Хеҫ) 17 Билен ҡеүәт менән быуып, ҡулының көсөн арттырыр. (Теҫ) (Теҫ) 18 Эшенең файҙаһын күрә, төндәрендә лә шәме һүнмәй; (Йод) (Йод) 19 ҡулын иләүескә һуҙа, бармағынан орсоҡ төшмәй; (Каф) (Каф) 20 ярлыларға игелек күрһәтер, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыр. (Ламед) (Ламед) 21 Ҡар яуһа ла хәүефләнмәҫ ҡатын, сөнки бөтә ғаиләһенең икешәр ҡат кейеме бар. (Мем) (Мем) 22 Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән. (Нун) (Нун) 23 Ире ҡала ҡапҡаһы янында яҡшы таныш, илдең аҡһаҡалдары ҡоронда ултырыр. (Самех) (Самех) 24 Ундай ҡатын етен кейем тегеп һата, сауҙагәрҙәргә ҡушаҡ һуғып бирә. (Ғайн) (Ғайн) 25 Уның өҫ кейеме – ҡеүәт һәм абруй, Ул киләсәккә ҡарап ҡыуана. (Пе) (Пе) 26 Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә. (Саде) (Саде) 27 Өй эштәрен гел күҙәтеп тора, ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй. (Ҡоф) (Ҡоф) 28 Балалары тороп уны данлай, ире маҡтап бөтә алмай: (Реш) (Реш) 29 «Лайыҡлы ҡатындар күп булғандыр, тик һин уларҙың барыһынан арттырҙың!» (Син менән Шин) (Син менән Шин) 30 Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ. (Тау) (Тау) 31 Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәт күрһәтегеҙ уға, эштәрен ҡала ҡапҡаларында маҡтағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia