Әйтемдәре 25 - Изге ЯҙмаСөләймәндең хикмәттәренең дауамы 1 Былары ла Сөләймән батшаның хикмәттәре. Уларҙы Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың кешеләре йыйнап алып һаҡлаған. 2 Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү. 3 Күктең бейеклеген, ер тәрәнлеген, батша күңелендәге уйҙарҙы белеп булмаҫ. 4 Көмөштән ҡатнашманы айыр, көмөшсө эшләйәсәк һауыт ҡалыр. 5 Яуызды батшанан айыр, ғәҙеллек менән тәхет нығыр. 6 Батша хозурында үҙеңде юғары ҡуйма, дәрәжәле түрә урынын алма; 7 «Түргәрәк күсеп ултыр», – тиеүҙәре түрә алдында түбәнгәрәк күсереүҙән яҡшыраҡ. Үҙ күҙең менән күргәнде, 8 хөкөмгә сығарырға ашыҡма; юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең? 9 Яҡының менән дәғүәңде үҙ-ара хәл ит, башҡаның серен сисмә, 10 юҡһа, ишеткән береһе һине хур итер, яман атлы булып ҡалырһың. 11 Урыны-еренә әйтелгән һүҙҙәр – көмөш һауыттағы алтын алма. 12 Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек. 13 Ураҡ эҫеһендә ҡар һалҡыны нисек булһа, тоғро илсе лә үҙен ебәргән хужаһына хәл индерер. 14 Бүләк бирмәһә лә, бирҙем тип маҡтанған әҙәм ямғырһыҙ болот һәм ел кеүек. 15 Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра. 16 Бал таптыңмы – туйғансы аша, ҡоҫҡансы ашама; 17 дуҫың өйөнә йыш йөрөмә, юҡһа, һинән туйыр ҙа, күрә алмай башлар. 18 Яҡынына ялған шаһитлыҡ ҡылған кеше Суҡмар, ҡылыс һәм үткер уҡ кеүек. 19 Афәт көнөндә ышанысһыҙ кешегә өмөтләнеү серек теш, сатан аяҡҡа өмөт бағлау һымаҡ. 20 Ҡайғылы кеше алдында йыр йырлау һыуыҡ көндә кейемен систереү, яраға һеркә тамыҙыуға тиң. 21 Дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. 22 Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң, Раббы һиңә әжерен Үҙе бирер. 23 Төньяҡ еле ямғыр алып килер, ғәйбәтсенең теле – сырайҙы боҙор. 24 Холоҡһоҙ ҡатын менән бер өйҙә йәшәгәнсе, ҡыйыҡ башында йәшәү хәйерлерәк. 25 Йыраҡ илдән килгән яҡшы хәбәр сарсаған кешегә һалҡын һыу һымаҡ. 26 Залим алдында ебеп төшкән тәҡүә кеше бысраҡ шишмә, буръяҡ ҡоҙоҡ төҫлө. 27 Балды күп ашау яҡшы булмаған һымаҡ, дан өҫтөнә дан ҡаҙанырға тырышыу ҙа һәйбәт түгел. 28 Үҙенә баш була алмаған кеше диуарһыҙ ҡалған емерек ҡала ише. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia