Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 21 - Изге Яҙма

1 Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.

2 Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай, ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй.

3 Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.

4 Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.

5 Тырыш кешене ниәттәре муллыҡҡа килтерер, ашыҡ-бошоҡ эшләүсе мохтажлыҡҡа дусар булыр.

6 Ялған юл менән табылған байлыҡ – таралып китер томан һәм үлем тоҙағы.

7 Залимдарҙың яуызлығы үҙ башына төшөр, сөнки улар ғәҙеллектән баш тартты.

8 Мут әҙәмдең юлы – кәкре, ихластың ғәмәле дөрөҫ булыр.

9 Холоҡһоҙ ҡатын менән бер өйҙә йәшәгәнсе, ҡыйыҡ башында йәшәү хәйерлерәк.

10 Яман әҙәм яуызлыҡҡа йән атыр, хатта яҡынын да аямаҫ.

11 Мыҫҡыллаусыға яза биргәндә, бер ҡатлы аҡылланыр; аҡыллыға өгөт бирһәң, үҙенә белем алыр.

12 Алла – ғәҙел, Ул яуыздарҙың йортон күҙәтеп тора, уларҙы бәләгә дусар итә.

13 Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.

14 Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.

15 Хаҡ хөкөм яҡшы кешегә – шатлыҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларға ҡурҡыу алып килә.

16 Аҡыл юлынан тайпылған әҙәм үлеләр донъяһында урын алыр.

17 Кәйеф-сафа һөйгән әҙәм муллыҡ белмәҫ, ашау-эсеү, шарап һөйгән – һис етешмәҫ.

18 Яуыз бәндә – тәҡүәнең, хыянатсы бәндә намыҫлының йоломолор.

19 Холоҡһоҙ, ғауғасыл ҡатын менән йәшәгәнсе, сүлдә йәшәүең хәйерле.

20 Аҡыллының йортонда хазина һәм муллыҡ; ахмаҡ иһә нәмәһе бар, шуны ашай-туҙҙыра.

21 Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.

22 Аҡыллы ныҡ һаҡланған ҡаланы алыр, ҡаҡшамаҫлыҡ тип һаналған нығытманы ҡолатыр.

23 Теленә ирек бирмәгән кеше үҙен бәләләрҙән һаҡлар.

24 Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ», үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор.

25 Ялҡауҙы ҡомһоҙлоҡ бөлдөрә, сөнки ҡулы эште һөйһөнмәй,

26 ә теләге һаман көсәйә. Тәҡүә кеше иһә йәлләмәй өләшә.

27 Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.

28 Ялған шаһит һәләк булыр, үҙе ишеткәнде һөйләүсенең һүҙе дөрөҫкә сығыр.

29 Ямандың сырайы ҡырыҫ булыр, намыҫлы иһә үҙ юлын ныҡ тотор.

30 Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.

31 Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan