Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 19 - Изге Яҙма

1 Ялған телле, өҫтәүенә ахмаҡ кешенән, намыҫлы йәшәгән ярлы күпкә яҡшыраҡ.

2 Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел, ашыҡҡан аяҡ абыныр.

3 Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.

4 Барлыҡ дуҫтарҙы арттыра, юҡлыҡ дуҫтарҙы айыра.

5 Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.

6 Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.

7 Ярлыны хатта туғаны ла яратмаҫ, дуҫ тигәне лә унан ситләшер: һөйләшәм тип ашығып барһа – улар юҡ!

8 Аҡыл йыйған – үҙ йәнен дә һөйгән, аҡыл менән эш иткән – бәхет тапҡан.

9 Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән һәләк булыр.

10 Ахмаҡҡа муллыҡта йәшәү килешмәгән һымаҡ, ҡолға бейҙәр өҫтөнән хаким булыу килешмәҫ.

11 Төплө кеше асыуҙан тыйылыр, ғәйепте кисерә белеү уға ҙурлыҡ бирер.

12 Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.

13 Аҡылһыҙ улан – атаһына бәлә, мыжыҡ ҡатын – туҡтауһыҙ тамған һыу кеүек.

14 Йорт-мал – ата-әсәнән ҡалған мираҫ; аҡыллы ҡатын – Раббы бирмеше.

15 Ялҡау йоҡоға туймаҫ, эшлекһеҙҙең ашы булмаҫ.

16 Бойороҡто үтәгән ғүмерен һаҡлар, юлын ҡайғыртмаған үлемгә осрар.

17 Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.

18 Улыңды өмөт барҙа тәрбиәлә, ҡара уны, һәләкәтенә юл ҡуйма.

19 Ярһыу әҙәмгә ваҡытында язаһын бирергә тейешһең; бер аяһаң, тағы ла насарыраҡ булыр.

20 Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.

21 Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.

22 Кешенең тоғролоғо – ҡиммәт, алдаҡсыға ҡарағанда ярлы яҡшыраҡ.

23 Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә; ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр, тыныс йоҡлар, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ.

24 Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр, тик ауыҙына еткергәнсе йыбаныр.

25 Хаяһыҙҙы шелтәләһәң, бер ҡатлылар һабаҡ алыр, аҡыллыны тәнҡитләһәң, өгөт-нәсихәтте алыр.

26 Атаһын бөлдөргән, әсәһен өйҙән ҡыуған улан оят һәм хурлыҡ килтерә.

27 Улым, өгөт-нәсихәтте тыңламаһаң, һабаҡ биргән һүҙҙәрҙән мәхрүм ҡалырһың.

28 Мәкерле шаһит хаҡ хөкөмдө мыҫҡыл итә, яуыздың ауыҙы боҙоҡлоҡто йота.

29 Хаяһыҙ әҙәм – хөкөмдән, ахмаҡтың арҡаһы ҡамсынан ҡотола алмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan