Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 17 - Изге Яҙма

1 Табыны мул булған ғауғалы йорттан, бер тешләм икмәк ҡатыһы булған тормош хәйерлерәк.

2 Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһының боҙоҡ улынан өҫтөн булыр; мираҫтан да хужаның улдары менән бер рәттән өлөш алыр.

3 Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.

4 Яман әҙәм яуыздар һүҙенә ҡолаҡ һала, алдаҡсы әҙәм ғәйбәтселәргә эйәрә.

5 Ярлынан көлгән әҙәм Яратыусыһын да хурлай, кеше бәхетһеҙлегенә һөйөнгән – язаһын алмай ҡалмай.

6 Ейәндәр – өлкәндәрҙең тажы, балаларҙың даны – ата-әсәһе.

7 Ахмаҡҡа күтәренке телмәр оҡшамаған һымаҡ, затлы затҡа алдаҡ һүҙҙәр килешмәй.

8 Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә, ҡайҙа боролһаң да, файҙа килтерә.

9 Кенә тотмаған – дуҫлыҡты һаҡлаған, үпкәһен онотмаған – дуҫын юғалтҡан.

10 Белеклегә шелтә лә һабаҡ, ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ.

11 Ғауғасыға янъял ғына булһын, шуға күрә уға илсенең иң аяуһыҙы күндерелер.

12 Ҡоторонған ахмаҡҡа ҡарағанда, балаһын юғалтҡан инә айыуға осрауың хәйерлерәк.

13 Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың йортонан бәлә китмәҫ.

14 Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң, ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал.

15 Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.

16 Был нимә? Ахмаҡтың ҡулында аҡса бар ҙа, аҡыл һатып алырға башы юҡ.

17 Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.

18 Ярҙам ҡулы һуҙмаҡ булып, башҡа кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу – алйотлоҡ.

19 Ыҙғыш яратҡан әҙәм – гонаһҡа ла әүәҫ; үҙ-үҙен юғары ҡуйып маҡтанған башына бәлә эҙләй.

20 Боҙоҡ әҙәм яҡшылыҡ белмәҫ, мәкерле тел бәләгә дусар булыр.

21 Ахмаҡ баланың ата-әсәһе башына ҡайғы алыр; алйот улдың атаһынан һөйөнөс ҡасыр.

22 Шат күңел – иң шәп дауа, төшөнкө күңел һөйәктәрҙе ҡорота.

23 Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.

24 Зирәктең күҙе аҡылға төбәлгән, ахмаҡтың күҙе ерҙең һәр тарафына йүнәлгән.

25 Ахмаҡ улан – атаға көйөнөс, уны тапҡан әсәгә – әрнеү.

26 Ғәйепһеҙ кешегә яза биреү, хөрмәтлене тура һүҙе өсөн туҡмау – яман эш.

27 Зиһенле һүҙен үлсәп әйтер, белекле бушҡа ҡыҙып бармаҫ.

28 Өндәшмәгән саҡта алйот та аҡыллы тойолор, ауыҙын йомоп ултырһа, белдекле күренер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan