Әйтемдәре 15 - Изге Яҙма1 Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр. 2 Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә, аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә. 3 Раббы күҙе һәр тарафҡа барып етә: ул яҡшыһын да, яманын да күреп тора. 4 Шифалы һүҙ – тормош ағасы, хәйләле һүҙ – рухты емерә. 5 Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы. 6 Тәҡүәнең өйө тулы хазиналыр, ямандың мал-мөлкәте бәлә килтерер. 7 Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ. 8 Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс. 9 Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата. 10 Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр. 11 Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын! 12 Йүнһеҙ әҙәм үҙен фашлағанды яратмаҫ, ул аҡыл эйәһе янына яҡын юламаҫ. 13 Күңеле көрҙөң йөҙө лә нурлы, ә ҡайғы-хәсрәт рухты төшөрә. 14 Зирәк йөрәк ғилем эҙләр, ахмаҡ тилелеге менән туйыныр. 15 Ярлының һәр көнө ҡайғылы, бәхетленең йөрәгендә – көн дә байрам. 16 Байлыҡ йыйып, хафаланып йәшәгәнсе, әҙгә хушһынып, Раббыны ҙурлау хәйерлерәк. 17 Һөйөү тулы урында тик йәшелсә генә ашау нәфрәт тулы урында һимеҙ тана ите ашауҙан яҡшыраҡ. 18 Яндырай ғауға сығара, сабыр кеше ыҙғышты туҡтата. 19 Ялҡауҙың юлын сәнскәк баҫыр, намыҫлыларҙың юлы тигеҙ-киң. 20 Аҡыллы ул – атаға һөйөнөс, ахмаҡ ул – әсәһен хурлар. 21 Ахмаҡ тилеләнә лә шатлана, аҡыллы тура юлдан бара. 22 Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр, кәңәшселәр күп булһа, уңыш ҡаҙаныр. 23 Кеше дөрөҫ яуап бирһә – шатлыҡ; һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы! 24 Аҡыллы кеше түбәндән, үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй. 25 Раббы тәкәбберҙең йортон емерер, тол ҡатындың биләмәһен һаҡлар. 26 Ямандарҙың ниәте Раббыға ерәнгес, яғымлы һүҙҙәр иһә Уның өсөн пак. 27 Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр. 28 Тоғро йөрәк уйлап яуап бирер, яуыздың теленән ағыу тамыр. 29 Раббы ямандарҙан алыҫ тора, иманлының доғаһына ҡолаҡ һала. 30 Нурлы ҡараш күңелде ҡыуандыра, яҡшы хәбәр йәнгә-тәнгә аҙыҡ бирә. 31 Тормош һабағына иғтибарлы ҡолаҡ аҡыллылар араһында йәшәр. 32 Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя. 33 Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә, күндәмлек данға юл аса. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia