Әйтемдәре 10 - Изге ЯҙмаМәҡәлдәр 1 Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө. 2 Нахаҡ юл менән табылған байлыҡтан файҙа булмаҫ, ә хаҡлыҡ үлемдән ҡотҡарыр. 3 Раббы тоғро кешене ас ҡалдырмаҫ, ямандың ҡомһоҙлоғон кире ҡағыр. 4 Ялҡау ҡулдар бөлгөнгә төшөрөр, тырыш ҡулдар байлыҡ килтерер. 5 Аҡыллы ул йәй көнө иген игер, ураҡ ваҡытында йоҡлап ятҡан ул хурлыҡ килтерер. 6 Иманлының башында – фатиха, яуыздың телендә – золом. 7 Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор. 8 Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер, ахмаҡты теле бәләгә илтер. 9 Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр, кәкре юлдан киткән фаш ителер. 10 Мәкерле күҙ ҡыҫҡан хәсрәт килтерер, ахмаҡты теле бәләгә илтер. 11 Иманлының теле – тормош шишмәһе, ямандың ауыҙында золом йәшенеп ятыр. 12 Нәфрәт талаш ҡуптарыр, әммә мөхәббәт бөтә гонаһтарҙы ҡаплар. 13 Зирәктең ауыҙынан хикмәт сығыр, аҡылһыҙҙың арҡаһына һуйыл төшөр. 14 Аҡыллылар белем туплар, ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр. 15 Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә, ярлыға фәҡирлеге – оло бәлә. 16 Тәҡүәнең хеҙмәт емеше тормошҡа илтә, яуыздың табышы – яза. 17 Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл, шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр. 18 Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр. 19 Күп һөйләгән гонаһтан ҡотола алмаҫ, телен тыйған аҡыллы булыр. 20 Тәҡүәнең теле – саф көмөш, яуыздың йөрәге буп-буш. 21 Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә. 22 Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең. 23 Ахмаҡ боҙоҡлоҡтан ләззәт таба, зирәкте – аҡыл шатландыра. 24 Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә. 25 Ҡупҡан ҡойон яманды һепереп түгер, тәҡүә кешенең нигеҙе мәңге торор. 26 Тешкә – һеркә, күҙгә төтөн нисек булһа, йомошо төшкән кешегә ялҡау әҙәм дә шулай. 27 Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр. 28 Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға. 29 Камил кешегә Раббының юлы – һыйыныр урын, яуызлыҡ ҡылыусылар өсөн – һәләкәт. 30 Тәҡүә мәңге тотороҡло булыр, яуыз иһә ерҙә ҡалмаҫ. 31 Тәҡүә ауыҙынан хикмәт яуыр, мәкерле тел ҡырҡып ташланыр. 32 Тәҡүәнең теле ләззәт килтерер, яуыздың ауыҙынан яманлыҡ сығыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia