Даниил 11 - Изге Яҙма1 Мадай батшаһы Дарий хакимлығының беренсе йылында иһә Михаилға мин таяныс һәм һаҡлаусы булғайным. 2 Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер. 3 Шунан һуң ҡеүәтле батша килер, ғәйәт ҙур ерҙәрҙә хакимлыҡ итер һәм үҙе ни теләй, шуны эшләр. 4 Ләкин ул килеп идара итә башлағас, уның батшалығы тарҡалыр һәм ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡараған өлөштәргә бүленер, уның вариҫтарына эләкмәҫ һәм ул идара иткән замандағы ише көслө булмаҫ. Уның батшалығы тартып алыныр һәм ситтәргә бирелер. 5 Көньяҡ батшаһы көсәйер, ләкин уның бер етәксеһе унан көслөрәк булып китер һәм тағы ла киңерәк ерҙәрҙә хакимлыҡ итер. 6 Йылдар үтер, һәм килешеү төҙөлөр. Был килешеүҙе нығытыр өсөн, көньяҡ батшаның ҡыҙы төньяҡ батшаға кейәүгә сығыр. Ләкин көньяҡ батшаның ҡыҙы хакимлыҡты үҙ ҡулында тота алмаҫ, хәйер, көньяҡ батша үҙе лә бирешер: шундай ваҡыт етер – ҡыҙ үҙе лә, уны оҙатып килгәндәр ҙә, уның балаһы ла, уны яҡлағандар ҙа юҡ ителер. 7 Уның тамырынан үҫеп сыҡҡан үрентеләрҙең береһе тәхеткә ултырыр. Ул төньяҡ батша ғәскәренә ҡаршы сығыр һәм уның ҡәлғәһенә баҫып инер – уларға һөжүм итеп еңеү яулар. 8 Ул төньяҡ батша кешеләренең илаһтарын да, ҡойолған һындарын да, затлы – алтын һәм көмөш – һауыт-һабаһын да ҡулына төшөрөр һәм Мысырға алып ҡайтып китер. Шунан һуң бер нисә йыл ул төньяҡ батшаһын борсомаҫ. 9 Төньяҡ батша көньяҡ батшаның ерҙәренә баҫып инер, ләкин кире үҙ иленә сигенер. 10 Уның улдары иһә, ҙур ғәскәр туплап, һуғыш башлар. Улар туфан һыуылай урғылып баҫып инер, алға эркелер һәм дошмандың ҡәлғәһенә тиклем барып етер. 11 Көньяҡ батша, асыуы ҡабынып, төньяҡ батша менән һуғышҡа инер. Тегеһе ҙур сиреү туплар, әммә был ғәскәрҙәр дошман ҡулына тапшырылыр. 12 Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ, 13 сөнки төньяҡ батша яңынан элеккеһенән дә ҙурыраҡ ғәскәр йыйыр. Бер нисә йылдан ул ныҡ ҡоралланған күп һанлы яугирҙәре менән һөжүм итер. 14 Ул замандарҙа күптәр көньяҡ батшаға ҡаршы күтәрелер. Һинең халҡың араһынан да фетнәселәр күренмеште үтәү йөҙөнән күтәрелгән булыр, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осрар. 15 Төньяҡ батша килер, уба өйөр һәм нығытылған ҡаланы баҫып алыр; көньяҡ батша ғәскәренең көсө етмәҫ, хатта иң ҡаһарман яугирҙәр ҙә түҙеп тора алмаҫ. 16 Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр. 17 Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. 18 Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, уның үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер. 19 Төньяҡ батша үҙ иленең нығытмаларына табан кире боролор, ләкин еңелеүгә осрар, ҡолар һәм юҡҡа сығыр. 20 Икенсе берәү тәхеткә ултырыр һәм, батшалыҡтың күркәмлеген һаҡлар өсөн, һалым йыйыусыны ил буйлап ебәрер. Бер аҙҙан был батша ла юҡ ителер, ләкин берәүҙең асыу-ярһыуынан йәки яуҙа түгел. 21 Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр. 22 Уның алдында ғәскәрҙәр килешеү башлығы менән бергә, туфан кеүек, йыуып алып кителер һәм ҡыйратылыр. 23 Килешеү төҙөшөп, ул мәкер ҡылыр. Кешеһе уның аҙ булыр, ләкин ул көс йыйыр. 24 Көтмәгәндә өлкәнең иң уңдырышлы ерҙәренә барып сығыр һәм ата-бабалары ҡылмағанды ҡыла башлар. Ул талап алған табышты, байлыҡты бүлергә тотонор, нығытмаларға ҡаршы фетнә ҡорор, әммә был хәл оҙаҡ дауам итмәҫ. 25 Ул үҙенең бөтә көс-дарманын көньяҡ батшаға ҡаршы йүнәлтер, уға ҙур ғәскәр менән барыр. Көньяҡ батша ҙур һәм бик көслө сиреү менән яуға сығыр, ләкин ҡаршы тора алмаҫ: уға ҡаршы мәкер ҡорорҙар. 26 Батшаны уның өҫтәленән ашап-эскән кешеләр харап итер. Уның ғәскәре, туфанға тарығандай, йыуып алып кителер, күптәре һуғышта баш һалыр. 27 Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле. 28 Төньяҡ батша бай табыш менән ҡайтып китер һәм Изге килешеүгә ҡул һуҙмаҡ булыр, бының өсөн ғәмәлдәр ҡылыр. Шунан ул иленә ҡайтыр. 29 Билдәләнгән ваҡытта ул йәнә көньяҡҡа йүнәлер, ләкин хәҙер инде элеккесә булмаҫ. 30 Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер. 31 Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр. 32 Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор. 33 Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр. 34 Ошо мәлдә улар бер аҙ ярҙам алыр, һәм күптәр уларға ҡушылыр, уларға ҡушылғандарҙың күбеһе ике йөҙлө булып сығыр. 35 Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле. 36 Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ. 37 Ул үҙ атайҙарының илаһтарын да, ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан илаһты ла һанға һуҡмаҫ, башҡа бер ниндәй аллаға ла хөрмәт күрһәтмәҫ, сөнки үҙен барыһынан өҫтөн һанар. 38 Улар урынына ул нығытмаларҙы ҡурсалаған илаһҡа – ата-бабалары күрмәгән-белмәгән илаһҡа – табыныр, алтын-көмөш, аҫыл таштар һәм бай саҙаҡа менән хөрмәтләр уны. 39 Сит илаһ ярҙамы менән ул нығытылған ҡәлғәләрҙе емерер, ә үҙен бөйөк батша тип танығандарға оло хөрмәт күрһәтер, күптәр өҫтөнән идара итергә ҡуйыр һәм уларға бүләккә ерҙәр таратыр. 40 Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер 41 һәм Гүзәл илгә килеп етер. Унан күптәр зыян күрер, әммә Эдом, Моав, шулай уҡ Ғаммон иленең байтаҡ өлөшө уның ҡулынан ҡотолоп ҡалыр. 42 Ул үҙ хакимлығын бүтән илдәргә лә таратыр, хатта Мысыр ҙа ҡотола алмаҫ. 43 Ул Мысырҙың затлы әйберҙәрен – алтын-көмөшөн һәм бар байлығын баҫып алыр; Ливия һәм Куш халыҡтары ла уның аяҡ аҫтында ҡалыр. 44 Уны көнсығыштан һәм төньяҡтан килгән хәбәрҙәр ҡурҡытыр, һәм ул асыу-ярһыу менән, күптәргә емереклектәр һәм һәләкәттәр килтереп, шул яҡҡа йүнәлер. 45 Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia