Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 6 - Изге Яҙма


Туфан

1-2 Ер йөҙөндә кешеләр күбәйгәндән-күбәйҙе. Кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, илаһи заттар уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алды.

3 Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.

4 Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.

5 Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.

6 Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.

7 Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.

8 Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.

9 Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.

10 Нухтың Шем, Хам, Йәфәҫ исемле өс улы бар ине.

11 Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.

12 Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.

13 Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.

14 Һин үҙеңә гофәр ағасынан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ.

15 Кәмәнең ҙурлығы былай булһын: оҙонлоғо өс йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк, ә бейеклеге утыҙ терһәк.

16 Кәмәнең өҫкө өлөшөндә бер терһәк асыҡлыҡ ҡалдыр, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәнең эсендә аҫҡы, урта, өҫкө ҡаттар булһын.

17 Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.

18 Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин.

19 Кәмәгә үҙең менән бөтә төр йән эйәләренән аталы-инәле икешәр йәнлек тә ал, улар һинең менән бергә иҫән ҡалһын.

20 Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын.

21 Үҙең менән төрлө ризыҡ ал – үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын.

22 Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan