Башланмыш 39 - Изге ЯҙмаЙософ һәм Потифарҙың ҡатыны 1 Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды. 2 Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне. 3 Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе. 4 Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы. 5 Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы. 6 Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине. Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 7 Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт: – Әйҙә, минең менән ят, – тине. 8 Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына: – Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы. 9 Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым? 10 Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы. 11 Бер көндө Йософ үҙ эше менән хужа йортона инде. Өйҙә бер кеше лә юҡ ине. 12 Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы: – Ят минең менән, – тине. Әммә Йософ, кейемен уның ҡулында ҡалдырып, йорттан йүгереп сығып китте. 13 Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап ҡасҡанын күрҙе лә, 14 хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем. 15 Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты. 16 Ире ҡайтып ингәнсе Йософтоң кейемен үҙендә ҡалдырҙы. 17 Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне: – Һин бында алып ҡайтҡан ғиври ҡолоң мине мыҫҡыл итергә теләне. 18 Әммә мин ҡысҡыра башлағас, кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты. 19 Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, Йософтоң хужаһы асыуынан шартлай яҙҙы. 20 Ул Йософто тотоп алып батша тотҡондары бикләнгән зинданға ябырға бойорҙо. 21 Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты. 22 Төрмә башлығы Йософто бөтә тотҡондар өҫтөнән күҙәтсе итеп ҡуйҙы. Тотҡондарға Йософ етәкселек итә башланы. 23 Төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы – сөнки Раббы Йософ менән булды, һәр эшендә уңыш ҡаҙандырҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia