Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 36 - Изге Яҙма


Ғаяздың нәҫеле

1 Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе.

2 Ғаяз Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала – хитти Элондың ҡыҙы Ғадаға, хиууи Сивғондың улы Ғананан тыуған Оһоливамаға,

3 – шулай уҡ Исмәғилдең ҡыҙы, Невайоҫтың һеңлеһе Басмаҫҡа өйләнә.

4 Ғаяздың ҡатындарының Ғада исемлеһенән Әлифаз, Басмаҫтан – Реғуил,

5 Оһоливаманан Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуа. Был Ғаяздың Ҡәнғәндә тыуған улдары.

6 Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡәнғәндә тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте.

7 Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре мал-тыуарҙарына етмәне.

8 Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.

9 Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе.

10 Ғаяздың улдары: Әлифаз – Ғаяздың ҡатыны Ғаданан тыуған улы, Реғуил – Ғаяздың Басмаҫтан тыуған улы.

11 Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Ғағтам һәм Ҡыназ.

12 Тимнағ, Әлифаздың йәриәһе, уға Ғәмәлек исемле ул тапты. Был – Ғаяздың ҡатыны Ғаданан таралған нәҫел-нәсәбе.

13 Реғуилдың улдары: Нахаҫ, Зерах, Шамма һәм Мизза. Был – Ғаяздың Басмаҫтан таралған нәҫел-нәсәбе.

14 Сивғондың улы Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуҙы.

15 Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбе: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы;

16 Ҡорах тармағы, Ғағтам тармағы, Ғәмәлек тармағы. Был – Әлифаздан таралған тармаҡтар, Ғаданың нәҫел-нәсәбе, улар Эдом ерендә йәшәй.

17 Ғаяздың улы Реғуилдың нәҫел-нәсәбе: Нахаҫ тармағы, Зерах тармағы, Шамма тармағы, Мизза тармағы. Былар – Реғуилдан таралған тармаҡтар, Ғаяздың Басмаҫтан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе, улар ҙа Эдом ерендә йәшәй.

18 Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе: Йеғуш тармағы, Яғлам тармағы һәм Ҡорах тармағы. Былар – Ғаяздың ҡатыны, Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар.

19 Ғаяздың (уның икенсе исеме Эдом) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тармаҡтар бына ошо.


Сеғирҙың нәҫеле

20 Ошо илдә йәшәгән хори Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана,

21 Дишон, Эсәр һәм Дишан. Былар – Эдом илендә йәшәгән Сеғир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы.

22 Лотандың улдары: Хори һәм Һемам. Лотандың һеңлеһе Тимнағ ине.

23 Шовалдың улдары: Ғалуан, Манахаҫ, Ғевал, Шефо һәм Онам.

24 Сивғондың улдары: Айяһ һәм Ғана. Атаһы Сивғондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүлдә ҡайнар һыулы инештәр тапҡан кеше ул Ғана.

25 Ғананың балалары: Дишон һәм Ғананың ҡыҙы Оһоливама.

26 Дишондың улдары: Хәмдан, Әшбан, Иҫран һәм Керан.

27 Эсәрҙең улдары: Билһан, Зағауан һәм Ғаҡан.

28 Дишандың улдары: Ғус менән Аран.

29 Хориҙарҙың тармаҡтары түбәндәгесә: Лотан тармағы, Шовал тармағы, Сивғон тармағы, Ғанаһ тармағы,

30 Дишон тармағы, Эсәр тармағы һәм Дишан тармағы. Былар – Сеғирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары.


Эдом батшалары

31 Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар:

32 Беғор улы Белағ. Уның ҡалаһы Динһава тип атала.

33 Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.

34 Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була.

35 Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның ҡалаһы Ғауиҫ тип атала.

36 Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була.

37 Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була.

38 Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан батша булып ултыра.

39 Ғахбор улы Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадар ултыра. Уның ҡалаһы Пағу, ҡатынының исеме – Меһетавил. Меһетавил – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була.

40 Ғаяздан булған тармаҡтарҙың нәҫел-нәсәбенә һәм йәшәгән ерҙәренә күрә исемдәре бына былар: Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ,

41 Оһоливама, Эла, Пинон,

42 Ҡыназ, Теман, Мивсар,

43 Магдиил, Ғирам. Эдомда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар. Эдом халҡының тәүатаһы – Ғаяз.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan