Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 16 - Изге Яҙма


Хәжәр менән Исмәғил

1 Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине.

2 Сарая Ибрамға: – Раббы миңә бала бирмәне инде. Һин минең хеҙмәтсем менән йоҡлап ҡара, бәлки, ул миңә бала табып бирер, – тине. Ибрам Сараяның һүҙен тыңланы.

3 Сарая хеҙмәтсеһен – мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе – иренә йәриә итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡәнғәнгә килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне.

4 Ибрам Хәжәр менән яҡынлыҡ ҡылды. Хәжәр ауырға ҡалды. Үҙенең йөклө икәнен белгәс, маһайып китеп, ул хужабикәһен һанға һуҡмай башланы.

5 – Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.

6 – Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә. Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте.

7 Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға илткән юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.

8 Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.

9 Раббы фәрештәһе уға былай тине: – Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон.

10 Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.

11 Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте: – Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте.

12 Улың кешеләр араһында Ҡырағай бер ишәк һымаҡ булыр: Һәр кешегә ҡулын күтәрер. Барыһынан да үҙе шуны күрер, Бөтә туғандарынан да ситтә йәшәр.

13 Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои» – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине.

14 Шуға күрә Ҡадеш менән Бәрәд араһында ятҡан был ҡоҙоҡ «Беер-Лахай-Рои» тип атала.

15 Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе. Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты.

16 Хәжәр Исмәғилде тапҡанда, Ибрам һикһән алты йәшендә ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan