Башланмыш 10 - Изге ЯҙмаЕр йөҙөндәге халыҡтар 1 Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы. 2 Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас. 3 Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифаҫ һәм Тогарма. 4 Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар. 5 Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре. 6 Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән. 7 Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан. 8 Куштың тағы Нимруд исемле улы бар ине, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр булды. 9 Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған. 10 Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине. 11 Был илдән ул Ашшурға китеп, унда Ниневегә, Реховот-Ирға һәм Калахҡа, 12 шулай уҡ Ниневе менән Калах – ул бик ҙур ҡала – араһындағы Ресенға нигеҙ һалды. 13 Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи, 14 паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы булды. 15 Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит, 16 шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр, 17 хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙәр, 18 аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала. Һуңынан Ҡәнғәндең нәҫел-ырыуы тирә-яҡҡа йәйелде. 19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла. 20 Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре. 21 Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине. 22 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам. 23 Арамдың улдары: Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Маш. 24 Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы. 25 Ғевәрҙең ике улы тыуҙы: береһенең исеме – Пәләг – сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһенеке – Йоҡтан. 26 Йоҡтан – Алмодад, Шәләф, Хасармавеҫ, Ярах, 27 Һадорам, Узал, Диҡла, 28 Ғовал, Авимаил, Шева, 29 Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр. 30 Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һуҙыла ине. 31 Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Шем нәҫелдәре. 32 Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia