Асылыш 19 - Изге ЯҙмаРаббыны маҡтағыҙ 1 Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә – Аллабыҙҙыҡы! 2 Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды. 3 Бынан һуң күктән йәнә: – Раббыны маҡтағыҙ! – тип әйтелде. – Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн мәңгенән-мәңгегә күтәрелә. 4 Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр. 5 Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде: – Алланың бөтә ҡолдары, Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр, Аллабыҙҙы маҡтағыҙ! 6 Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы! 7 Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайыҡ. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө. 8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул. 9 Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре. 10 Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра. Аҡ ат өҫтөндәге һыбайлы 11 Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. 12 Уның күҙҙәре – ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған. 13 Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла Һүҙе. 14 Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән. 15 Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ. 16 Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған. 17 Шунан һуң мин ҡояшта торған бер фәрештәне күрҙем. Ул, күк йөҙө буйлап осоусы бөтә ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ! 18 Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтә иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ. 19 Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. 20 Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды. 21 Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia