Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 18 - Изге Яҙма


Бабилдың емерелеүе

1 Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: шөһрәтенән ер яҡтырҙы.

2 Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,

3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.

4 Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.

5 Уның гонаһтары инде өйкәлешеп, күккә тиклем ашты һәм Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.

6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.

7 Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.

8 Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.

9 Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.

10 Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Бабил, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.

11 Ерҙәге сауҙагәрҙәр уның хаҡында ҡайғырып илаясаҡ, сөнки уларҙың тауарҙарын бер кем дә һатып алмаҫ,

12 алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен,

13 баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.

14 – Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер. Бөтә зиннәтлелегең һәм ҡупшылығың һине ташланы, улар бер ҡасан да табылмаҫ.

15 Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ.

16 Улар: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл кейем кейер, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәнер инең.

17 Шундай байлығың бер сәғәттә юҡҡа сыҡты! – тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә, иңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо.

18 Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар.

19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –

20 Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.

21 Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.

22 Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташының тауышы ла ишетелмәҫ.

23 Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.

24 Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙә үлтерелгәндәрҙең бөтәһенең ҡаны табылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan