3 Яхъя 1 - Изге Яҙма1 Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға. 2 Ҡәҙерле дуҫым, йәнең менән сәләмәт булған кеүек, тәнең менән дә иҫән-һау һәм һәр яҡлап уңышлы булыуың өсөн доға ҡылам. 3 Имандаштарҙың килеп һинең хәҡиҡәткә тоғролоғоң хаҡында шаһитлыҡ итеүҙәренә мин бик шатландым. Һинең хәҡиҡәттә йөрөүең хаҡ бит. 4 Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр. Хәҡиҡәт хаҡына бергәләп эшләү 5 Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында ҡайғыртыуың, хатта уларҙы шәхсән белмәһәң дә, һинең тоғролоғоңдо күрһәтә. 6 Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе. 7 Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр. 8 Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. 9 Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотрефес беҙҙе тыңларға теләмәй. 10 Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, имандаштарҙы үҙе ҡабул итмәй, ә ҡабул итергә теләүселәргә ҡамасаулай, хатта берҙәмлектән ҡыуып ебәрә. 11 Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән. 12 Демитриус хаҡында бөтәһе лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ, һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың дөрөҫ булғанын беләһең. Һуңғы һүҙҙәр 13 Минең һиңә әйтергә теләгән һүҙҙәрем күп, әммә уларҙы ҡара һәм ҡәләм менән яҙырға теләмәйем. 14 Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ. 15 Именлек һиңә! Һине дуҫтар сәләмләй. Дуҫтарыбыҙҙың һәр береһенә айырым сәләм әйт. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia