2 Тимофейға 4 - Изге Яҙма1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым: 2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә. 3 Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар; 4 улар, хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар. 5 Һин бөтә нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар. Паулустың хеҙмәте 6 Тормошом оҙаҡламай ҡорбан ителер, минең был донъянан китер ваҡытым етте. 7 Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; 8 ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер. Кәңәштәр һәм үтенестәр 9 Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, 10 сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте, 11 янымда Лукас бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркусты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. 12 Тухикусты мин Эфесҡа ебәрҙем. 13 Килгән саҡта Троас ҡалаһында Карпостарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил. 14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. 15 Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне. 16 Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын. 17 Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы. 18 Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин. Өҫтәлмә сәләмдәр 19 Прискилла менән Акуласҡа һәм Онесифоростар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр. 20 Әрәстос Коринҫоста ҡалды; ауырып киткән Трофимусты мин Милетоста ҡалдырҙым. 21 Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Әүбулус, Пудес, Линос, Клаудиә һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә. 22 Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia