Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 4 - Изге Яҙма


Балсыҡ һауыттарҙағы хазина

1 Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.

2 Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.

3 Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән.

4 Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.

5 Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә – Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.

6 «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.

7 Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.

8 Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ;

9 беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йығалар, ләкин һәләк булмайбыҙ.

10 Ғайсаның тормошо ла тәнебеҙҙә күренһен өсөн, Уның үлемен һәр ваҡыт тәнебеҙҙә йөрөтәбеҙ.

11 Эйе, үлемле тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.

12 Шулай итеп, үлем – беҙҙә, ә йәшәү һеҙҙә эш итә.

13 Изге Яҙмала: «Мин ышандым, шуға күрә һөйләнем», – тип әйтелгән. Шундай уҡ иман рухына эйә булараҡ, беҙ ҙә ышанабыҙ, шуға күрә һөйләйбеҙ.

14 Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ.

15 Быларҙың бөтәһе лә һеҙҙең өсөн эшләнә. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.


Килә торған мәңгелек дан

16 Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра.

17 Үтеп китә торған еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер.

18 Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan