Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 2 - Изге Яҙма

1 Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем.

2 Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта һеҙҙән – мин көйөндөргән кешеләрҙән – башҡа мине кем ҡыуандырыр?

3 Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам.

4 Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.


Гонаһлыны ғәфү итеү

5 Кемдер берәү мине көйөндөргән икән, ул мине генә түгел, һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) – көйөндөргән.

6 Ундай кешегә күптәрегеҙ биргән яза етә.

7 Хәҙер инде уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ, юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр.

8 Шуның өсөн уға мөхәббәтегеҙҙе раҫлауығыҙҙы үтенәм.

9 Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды.

10 Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа) мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем.

11 Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Беҙ уның ниәттәрен беләбеҙ бит.


Паулустың борсолоуы

12 Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троас ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишекте асып ҡуйған.

13 Тик унда имандашым Титусты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Мәсих илсеһенең хеҙмәте

14 Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеү тантанаһында йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.

15 Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе.

16 Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?

17 Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan