Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

2 Коринфтарға 13 - Изге Яҙма


Нәсихәттәр һәм сәләмләүҙәр

1 Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш».

2 Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ башҡаларҙы ла, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, һеҙҙе йәлләмәйәсәкмен.

3 Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө.

4 Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтә көсһөҙбөҙ, әммә Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның менән һеҙҙең өсөн йәшәйәсәкбеҙ.

5 Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр һынауҙы күтәрә алһағыҙ, әлбиттә.

6 Беҙгә килгәндә, һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм.

7 Һеҙҙең бер ниндәй ҙә яман эштәр ҡылмауығыҙҙы һорап, Аллаға доға ҡылабыҙ. Беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.

8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, тик уның хаҡына ғына ҡыла алабыҙ.

9 Шуға күрә беҙ – көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.

10 Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.

11 Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.

12 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтә изгеләр сәләмләй.

13 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтәгеҙ менән булһын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan